Бәхеттә, шатлыҡта — 21 марта 2026 г. в 04:00:02.078
Бәхеттә, шатлыҡта Нәзирә Яппарова һүҙҙәре Наил Шәймәрҙанов көйө Беҙҙең ғүмер ҙур бәхет ул, Ҡәҙерҙәрен белегеҙ. Ысын күңелдән теләктәрҙе, Беҙҙән ҡабул итегеҙ. Ҡушымта: Бәхеттә, шатлыҡта, Иҫәнлектә, һаулыҡта, Үтһен ғүмер юлдарыбыҙ, Таҙалыҡта, байлыҡта. Һалҡындарҙа тик һулымаһын, Үҫтергән гөлдәрегеҙ. Таң нурындай аяҙ булһын, Киләһе көндәрегеҙ. Ҡушымта: Бәхеттә, шатлыҡта, Иҫәнлектә, һаулыҡта, Үтһен ғүмер юлдарыбыҙ, Таҙалыҡта, байлыҡта. Тормош нурлы, тормош матур, Яҡты булһын күңелдәр. Йырларбыҙ ҙа, бейербеҙ ҙә, Оҙон булһын ғүмерҙәр. Ҡушымта: Бәхеттә, шатлыҡта, Иҫәнлектә, һаулыҡта, Үтһен ғүмер юлдарыбыҙ, Таҙалыҡта, байлыҡта.