БАРЫҺЫ ЛА ВАҠЫТЛЫСА. — 17 марта 2026 г. в 05:00:03.468
БАРЫҺЫ ЛА ВАҠЫТЛЫСА. Нурзидә Туйсина һүҙҙәре, Илсур Тайсин музыкаһы. 1. Барыһы ла ваҡытлыса - аҡсамы ул, данмы ул, Барыһы ла ваҡытлыса - буранмы ул, ямғырмы ул... Барыһы ла ваҡытлыса - ауырыумы, әллә еңеүме, Барыһы ла ваҡытлыса - икмәккә лә аҡсаң юҡ сағы... ҠУШЫМТА: Барыһы ла ваҡытлыса, Һөйөүебеҙ булһын мәңгелек! Ваҡытлыса ғына йәшәгәндә, Йәшәйексе рәхәтләнеп. 2. Барыһы ла ваҡытлыса- түҙәйек инде йәнекәйем.. Барыһы ла ваҡытлыса - килер беҙгә лә шәп сағы.. Аңлайым һине йәнекәйем - барыһы ла ваҡытлыса.. Аңлағаның өсөн рәхмәт - ҡыйын миңә ваҡытлыса. ҠУШЫМТА: Барыһы ла ваҡытлыса Һөйөүебеҙ булһын мәңгелек Ваҡытлыса ғына йәшәгәндә Йәшәйексе рәхәтләнеп.