"Беҙ яратҡан йырҙар" — 13 марта 2026 г. в 06:54:45.842
"Беҙ яратҡан йырҙар" Доға ҡылайыҡ Ауыр уйҙарға сумһаң, Өмөт тотор ҡулыңдан, Яҡшылыҡҡа юлланып, Изге юлдан барайыҡ, Бәхет-шатлыҡ табайыҡ, Донъя - киң сәхрә, Тормош ҡәҙерен аңлайыҡ. Ҡушымта: Доға ҡылайыҡ - бәхет китмәһен, Доға ҡылайыҡ - өмөт китмәһен беҙҙән. Доға ҡылайыҡ - шатлыҡ китмәһен, Доға ҡылайыҡ - иман китмәһен беҙҙән, Тормош бәрәкәттәр бирһен, Инсаф тәүфиҡтарын бирһен, Иман ожмахтарын бирһен, Янъял купмаһын, Барлыҡ енәйәттәр китһен, Аҡыл, саф тойғолар бирһен, Тормош гүзәллеге артһын, Яңы таң атһын. Яҡшы-яман һәр бәндә Йәндәре иҫән саҡта Хаҡ юлдарҙан китмәһен, Ғәйеп булыр тормошта, Кемдер сәхрәлә йөрөр, Кемдер гөл-баҡсала - Һәр кем тәҡдирен күрер. Ҡушымта: Ҡул тотоп бергә, Йән тулып нурға, Доға ҡылайыҡ - өмөт китмәһен беҙҙән, Тормош бәрәкәттәр бирһен, Инсаф тәүфиҡтарын бирһен, Иман ожмахтарын бирһен, Янъял купмаһын, Барлыҡ енәйәттәр китһен, Аҡыл, саф тойғолар бирһен, Тормош гүзәллеге артһын, Яңы таң атһын. #Доғаҡылайыҡ