«Ишет, балам» йырының һүҙҙәре
«Ишет, балам» йырының һүҙҙәре 🤗 Балам тиеп ҡосаҡтарҙа наҙлап, Үҫтерәбеҙ һөйөп, иркәләп. ❤️ 🌸 Бул бәхетле, яҙған яҙмыштарға, Йөрөмә, балам, йөрөмә, үпкәләп. 🎶Ҡушымта. 💞 Ишет, балам, ишет, һүҙҙәремде, Яңылыштарға яңылыш абынма. 🤲 Һин онотма, һиңә терәк булып, Беҙ торорбоҙ тормош һағында. ❤️ 🌿 Тормош уйын булып тойолһа ла, Һынар саҡтар була ҡай ваҡыт. 🔥 Һыуға һала, унан утҡа яға — Тормош ҡырыҫ, тормай яратып. 🎶Ҡушымта. Шул уҡ. 🥺 Беләм, балам, һинең алдарыңда Ғәйептәрем минең юҡ түгел. 💔 Иғтибарым, һөйөү, мөхәббәтем Етмәгәнгә һыҙлай шул күңел. 🎶Ҡушымта. Шул уҡ. ❤️ Һин онотма, һиңә терәк булып, Беҙ торорбоҙ тормош һағында...