Атай кеше, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, бер ултырҙы, бер торҙо, бер балконға сыҡты, бер к... — 3 июля 2026 г. в 16:41:22.612
Атай кеше, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, бер ултырҙы, бер торҙо, бер балконға сыҡты, бер кире инде. Унан ҡабат килеп, ҡыҙы ҡаршыһына сүкте лә, хас та Сәмиғаһының йәш сағын хәтерләткән ҡәҙерле йөҙгә ҡарап, асырғанып өндәште: – Нишләп мин белмәнем һуң был хәлде? Ниңә мин ситтә ҡалдым? Ҡыҙым, атайың юҡ инеме һуң һинең? Зәкиә бер аҙ уйланып ултырҙы. Унан уйындағын әйтте, күрәһең: – Булдың, атай. Һин беҙҙе ашаттың-эсерҙең, кейендерҙең, ләкин бер ваҡытта ла күңелебеҙҙә нимә барлығы менән ҡыҙыҡһынманың. Ағайым менән беҙҙе бары әсәй генә аңланы, ул ғына әллә ҡайҙан һиҙеп-белеп торҙо, ниндәй хәлдә лә ситкә типмәне. Һин беҙҙе һәр ваҡыт тик яҡшы итеп кенә күрергә теләнең, йомшаҡлыҡтарҙы, хаталарҙы ҡабул итмәнең. Әсәй шулай һине аралап, һинең өсөн «барыһы ла һәйбәт» тигән донъя яһаны. Ул донъяла һин бер уйһыҙ, борсолоуһыҙ көн иттең. Ә шул уҡ ваҡытта беҙҙең ябай кешеләрҙеке кеүек зар-моңо ла, шатлыҡ-ҡыуанысы ла булған тормошобоҙ барҙы. Әле бына әсәй юҡ… Беләһеңме, миңә нисек ҡыйын? Мин үҙемде үкһеҙ етем, йортһоҙ-ерһеҙ итеп тоям… Мәскәү ҡалаһының мөһабәт матурлығын байҡап йөрөгәндә лә, ейәндәре менән эргәләге паркта ял иткәндә лә, самолеттың йомшаҡ креслоһына һеңеп китеп ойоп ултырғанда ла ҡыҙының әйткәндәре башынан сыҡманы Абдулланың. Нисек булды һуң был тормош ? Нисек итеп йәшәлгән ул? Ни өсөн уны балалары менән бергә йәшәмәгән? Йәнәшә, әммә бергә түгел. Шулай ҙа була икән, йәнәшә, әммә бергә түгел. Йәнәшә… бары йәнәшә… Бик ауыр уйҙар менән ҡайтып төштө ул ауылына. Ә бит сығып киткәндә, әбейһеҙ оҙаҡ тороп булмаҫ, балаларҙы бер йөрөп байҡап сығырмын да, теге донъяға әҙерләнергә кәрәк булыр, тигән пландар менән киткәйне. Әле бөтөнләй өмөтһөҙ ҡайтты. Ҡалайтырға был?.. Их, әбейенең юҡлығы… Ул әле нимә тигән булыр ине икән? Берәй яйын табып, йыуатыр ине, баҫыр ине янған йәнен. Нимә ти торғайны әле танауы төшөп киткәндә? Эйе шул, «Өмөтһөҙ шайтан булма», – тип һуҡраныр ине. Өмөтһөҙ… Өмөтһөҙ… Юҡ! Шайтан булырға риза, тик өмөтһөҙ түгел. Түгел! Абдулла ҡайтҡандан алып ҡулына бер эш бармай, быуынһыҙ булып ятҡан еренән ҡапыл ҡалҡынып торҙо ла, стеналағы кәртешкәләр артынан әбейе ҡыҫтырып йөрөгән иҫке дәфтәрҙе һәрмәп, тартып сығарҙы. Ошонда балаларының телефон номерҙары теркәлгән булырға тейеш. Ҡаты кәкере бармаҡтары менән нәҙек кенә ручканы саҡ тотоп, ҡыйыш-мыйыш итеп һандар теҙмәһен күсереп алғас, еңел баҫып, почтаға ҡарай юлланды ул. Ауыҙ эсенән шыбырлап әйтәһе һүҙҙәрен барланы. Нимә тип әйткәндә лә, ни эшләгәндә лә, ул балаларын юғалтырға тейеш түгел. Ул уларҙы ҡабаттан яулап алырға, ышаныстарын аҡларға бурыслы. Бының өсөн иң тәүҙә уларҙы үҙеңә оҡшағанса итеп түгел, ә нисек бар, шулай ҡабул итергә кәрәк. Кәрәк! Һәм ул әйтер. Ғүмерҙә лә әйтмәгән һәм белмәгән һүҙҙәрен әйтер. Улына: «Кем булып эшләүең түгел, улым булыуың мөһим», – тиһә, нисек булыр? Ә ҡыҙына: «Ҡайт, кеше тупһаһында йөрөмә, малайыңды үҙем үҫтерешермен», – тиер. «Моғайын, улар тыңлар, моғайын, аңлар. Сәмиғамдан тыуған балалар бит әле улар». Абдулла ҡабаланыуҙан ауыр кәүҙәһен ян-яҡҡа аушайта-аушайта атланы. Шулай ашыҡтырып, өмөтө алып китеп бара уны. Ул бит хәҙер өмөтлө шайтан. Өмөтлө!

