– Миңә лә, самолетҡа ултырам тип, сығыр алдынан ғына шылтыратты, саҡ барып, ҡаршы алып ... — 3 июля 2026 г. в 16:41:22.371
– Миңә лә, самолетҡа ултырам тип, сығыр алдынан ғына шылтыратты, саҡ барып, ҡаршы алып өлгөрҙөм. Бына шулай, бабай беҙҙе тикшереп сығырға булған. – Үтегеҙ, әйҙә, үтегеҙ! Атай, ну аптыраттың! Абдулла ҡарт тартынып ҡына үтеп ултырҙы, ҡулындағы күстәнәс төргәген ҡайҙа ҡуйырға белмәй, әле бер, әле икенсе яғына күсерҙе. Иҙәндә асыҡ буҙ төҫтәге балаҫ – нисек итһәң дә, бысрар һымаҡ. – Әсәйеңдең ҡырҡын уҡыттым да, бер үҙем толҡа тапмай йөрөп-йөрөп, туҡта, һеҙҙе бер байҡап ҡайтайым әле тип, ҡапыл сыҡтым да киттем бына… – Яҡшы иткәнһең, – ҡыҙы әбейенә оҡшап алсаҡ шул, йүгергеләп сәй ултыртҡан ыңғайы, ауыҙы бер генә лә ябылып тормай. – Әсәйҙең ҡырҡына ҡайтып булманы инде, яңы ғына ерләүгә һорап киткәс, эштә өндәшеп торманым, йыллығына мотлаҡ ҡайтырмын. Бер үҙеңә ауырҙыр инде, атай? – Ауыр тип… – «Ауыр ғынамы һуң?! Бөтөнләй мөмкин түгел!» – Тороп ҡалғас, йәшәлә инде… Өсәүләшеп табын артына ултырҙылар. Хәл-әүәлдән артыҡ хәбәр ҙә бөттө. Өнһөҙ генә сәй шөрпөлдәтәләр бына хәҙер. Улар бит былай ултырып, аралашып өйрәнмәгән. Дөрөҫөрәге, Абдулла балалары, балалар аталары менән ҡара-ҡаршы ултырып һөйләшеүгә күнекмәгән. Ҡарт, нимәлер тураһында һорашырға итеп, эйәген күтәрҙе лә… шул килеш бер тына ултырҙы. Нимә һорашһын һуң, ул бит балалары хаҡында артыҡ бер ни ҙә белмәй. Ярай әле, кейәүе иҫенә төштө: – Кейәү эштәме? Ҡыҙы менән улы, моңһоҙ ғына көйшәп ултырған ерҙәренән шып туҡтап, бер-береһенә “ялп” итеп ҡарашып алдылар. Зәкиәһе тамаҡ ҡырҙы ла шым ғына: – Эйе, – тине. Әмир ҡапыл ҡайтырға ашыҡты: – Ярай, мин ҡайтайым инде. Ял көнө, атай, һине ҡала күрһәтергә алып сығырмын. Ағаһын оҙатҡас, ҡыҙы баҡсаға балаһын алырға китте. Абдулланы эйәртмәне, ятып ял ит тип, бер үҙен ҡалдырҙы. Яңғыҙ ҡалғас, бабай балконға сығып, юғарынан ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөжләгән ҡала урамдарын күҙәтеп торҙо, унда күҙе талғас, ҡыҙының йәшәгән урынын байҡап сыҡмаҡсы булып, йоҡо бүлмәһенә инде лә, бындағы тар ғына бер карауат менән балалар урынына күҙ һалғас, ирекһеҙҙән күңелендә шик уянды. Бындай ғына урында ике кеше ҡалайтып йоҡламаҡ кәрәк? Бабай тигәс тә, әллә шуны ғына аңламаҫлыҡмы ул? Әбейе менән икеһенең сәхнә киңлегендәге урындыҡтары булды…Әле лә бар инде, тик әбейе генә… Хәҙер Абдулла, өй буйлап йөрөп, кейәүе барлығын аңғартырҙайҙы эҙләй башланы. Барып, кейем шкафын асып ҡараны, унда тик ҡатын-ҡыҙҙар ҙа балалар әйберҙәре генә, биҙәнгестәр янында ла ир кеше тотонорҙайы күҙгә салынмай. Исмаһам, анау балконда елберләшкән керҙәр араһында бер генә ирҙәр нәскийе булғанда ла, еңел һулап ебәрер ине лә, юҡ бит... Ҡыҙы менән ейәнен саҡ көтөп алды. Ишек төбөндә таныр-танымаҫ булып тартынып торған баланы, ҙур ҡулдары менән ҡармап күтәреп алып, түшенә ҡыҫып һөйҙө лә ҡыҙына ҡарап: – Малайҙы атайһыҙ үҫтермәксеһеңме ? – тип ҡашын емерҙе. Ҡыҙы бындай һүҙ булырын белеп килгән, күрәһең. Ҡыйыу ғына ҡаршы торҙо: – Атай, мин күптән үҙ тормошом менән йәшәйем. Миңә ун һигеҙ йәш түгел. – Ай-һай, ҙурайып киткәнһең икән. Иреңде ҡыуып сығарырлыҡ аҡыл йыйғанһың. – Атай… – Зәкиә улын етәкләп йоҡо бүлмәһенә индереп ебәрҙе лә атаһы янына, диванға килеп ултырҙы. – Атай, мин берәүҙе лә ҡыуманым. Дөрөҫөрәге, ҡыуып сығарырлыҡ кеше юҡ. – Нисек юҡ?.. Ә кейәү?.. Ә әсәйең… – Беләм. Әсәйем һиңә: «Кейәүе эштә, кейәүе шунда, кейәүе бында, шуға килә алмаған», – тип торҙо. Беҙ быларҙы һине борсомаҫ өсөн әйттек, аңламаҫ, тип уйланыҡ. «Күтәрә алмаҫ, ғәрләнер», – тине әсәй ҙә. Абдулла һаман төшөнә алманы. Нисек инде, бала бар бит һуң! – Кейәү әтеү сәпсим юҡмы ни? – Юҡ. – Улайһа, был бала ҡайҙан килгән? – ҡарт тауышын күтәрә төшөп, комод өҫтөндәге йомшаҡ уйынсыҡтарға төртөп күрһәтте. – Улымдың атаһы мине алдап китте, өйләнешәбеҙ, тип йөрөнө-йөрөнө лә юҡ булды. Аҙаҡ эҙләп тапҡайным, ул ғаиләле кеше булып сыҡты. Бына шулай. Абдулланың башы шауланы. «Нисек инде?! Уның ҡыҙын! Уның берҙән-бер ҡыҙын кемдер берәү алдап киткән! Бала менән ҡалдырған!» – Ҡайҙа йәшәй һуң ул әҙәм? – ҡарт ярһыуынан ышылдап төштө. – Атай! Зинһар, юҡ менән булма. Ул хәлгә алты йыл ваҡыт үткән. Адресын да, төҫөн дә онотҡанмын инде.

