– Гөлкәй, әйҙә һыртҡа икәүләп барайыҡ. Ужымдарҙы һин дә күрерһең. — 22 июля 2026 г. в 14:34:17.146
– Гөлкәй, әйҙә һыртҡа икәүләп барайыҡ. Ужымдарҙы һин дә күрерһең. – Әйҙә! ...Гөлкәй сәғәтенә күҙ һалды. Ете лә тулып килә. Сабир йоҡлай. Ирен уятмаҫҡа тырышып, шым ғына тороп кейенде лә, өйөнә йүнәлде. Сабир ҡайтҡанда, Гөлкәй ырҙын табағына киткәйне. Агитатор ул йылдың-йылы. Ә Сабир бөгөн ял итә. Бер аҙна былтырғынан ҡалған отпускыһы бар ине, шуны алғайны... Бына-бына арыш урағы башланырға тора. Эх, етә ҡыҙыу көндәр! Йөрәк дарҫлап тибә башлай, быны уйлаһаң. Яратҡан һөнәре булмаған кешеләр генә быны аңламай инде. Мөхәббәтте татымаған кешеләр менән берҙер улар. Мөхәббәт... Йөрәге һыҙып әрнеп ҡуйҙы. Шулай ҙа Гөлкәй һаман Таһирҙы уйлай, һағына микән ни?! Буш арала китап шкафын йыйыштырып алырға булды. Өҫтә генә ятҡан ҡалын дәфтәрҙе ҡулына алды. Шиғырҙар? Эйе, Гөлкәй йәштән шиғыр яҙыуға һәүәҫ. Дәфтәр өр-яңы ине, бер генә шиғыр яҙылған әлегә – «Һин генә» тип атала. Һин генә... Сабир ашығып уҡый башланы: Күңелемдә, иркәм, һин генә, Булһам ине һиңә тиң генә… Аҫта, ваҡ ҡына хәрефтәр менән «Сабирға» тип ҡуйылғайны. Автор:Зәлиә Байғусҡарова

