Отпускыға ҡайтҡан икән. «Ун көн буйы ауыл гөр килеп торасаҡ», – ти үҙе. Шулай Динәләргә... — 22 июля 2026 г. в 14:34:16.890
Отпускыға ҡайтҡан икән. «Ун көн буйы ауыл гөр килеп торасаҡ», – ти үҙе. Шулай Динәләргә килеп тә инде, бөтәһен ауыҙына ҡаратып та алды. Әлеге «Минең гөлөм»дө йырлап ебәрҙе. Тауышы! Бына ул, Таһир, Гөлкәйҙе ҡасандыр тәүге мөхәббәт ғазаптарына дусар иткән егет, ҡаршыла, гармун уйнай. Сәстәрен артҡа ташлап, ҡаштарын һикертеп, яурындарын уйнатып, бейеү көйөн һыҙҙыра. Башын түбән эйеп, керпектәрен күтәрмәй генә моңланып, мөхәббәт көйҙәрен тарта. Ә Гөлкәйҙең күңеле елкенә... Унлаған йәш-елкенсәк гөрләшеп ауыл осона сыҡты. Барып етеү менән Таһир, гармун уйнамайым, тип инәлтә башланы. Сабирға уйнарға тура килде. Таһир Гөлкәйҙе тансаға саҡырҙы. Тәүге минуттарҙа ҡыҙ осоп ҡына йөрөнө. Шунан ҡапыл аңына килгәндәй, туҡтап ҡалды. Нимә тине әле Таһир? «Уйна, уйна, гармунсы, беҙ үҙебеҙҙең ҡыҙҙарҙы килмешәктәргә бирә торғандарҙан түгел», – тинеме? Әйтерһең, Гөлкәй – әйбер. Әле һин шулаймы ни әле! Гөлкәй Сабирҙан гармунды алып, Таһирға тотторҙо. Уныһы теләр-теләмәҫ кенә барып ултырҙы ла, вальс уйнай башланы. Гөлкәй Сабирҙы үҙе саҡырып тансаға төшөрҙө. – Егетең әҙгә генә ҡайтҡан, улай өҙгәләндермә уны, – тине Сабир. – Минең иртәгә иртүк районға бараһым бар. Ошо көй бөткәс, ҡайтып китәм. Ул да булмай, көй шарт итеп өҙөлдө. Таһир Гөлкәйҙәр эргәһенә килеп баҫты. «Нишләп беҙҙең ҡыҙҙар янында сит кешеләр урала?», тип ҡысҡырҙы ул, хәүеф һиҙеп, уратып алған егеттәргә, – аҡылға ултыртырға кәрәк ундайҙарҙы. Таһир һуғам тип һелтәнгәйне, Сабир уның ҡулын тотоп ҡалды. – Тыныслан, мин бер кемдең дә йәрен тартып алырға йыйынмайым, – тип, ул ҡайтыу яғына боролдо. Гөлкәй ҙә, Динәне етәкләп, уның артынан китте. Шулай ҙа һүҙ ҡатырға ғорурлығы ирек бирмәне, һәлмәк кенә атлап барған Сабир янынан йүгереп үтеп киттеләр. Ҡайтып еткәс, тупһаға ултырып икәүләп илаштылар. Ярай инде Гөлкәйе, Динәһе нимәгә иланы икән, иҫәүән? «Яратам мин уны, әхирәткәйем», – тине шунда Гөлкәй, – һиңә генә сисәм серемде». «Тапҡанһың сер, бөтә ауыл белә инде һинең Таһирҙы яратҡаныңды. Бәләкәйҙән яратыштығыҙ ҙа инде. «Юҡ, уны түгел, Сабирҙы яратам мин, Динә», – тигәс, әхирәте телһеҙ ҡалды. Иртәгәһен Гөлкәй Сабирҙы күрмәне. Ысынлап та районға юлланған икән. Шунан ул Өфөгә ниндәйҙер бер тәҡдим менән киткән. Колхоз рәйесе күрше Аҙнабай ағайҙан һораштырғайны, былай тип аңлатты: «Колхозға район пар ерҙәрен күп ҡалдырырға рөхсәт итмәй. Ә Сабир, парһыҙ булмай, баҫыу ял итергә тейеш, ти. Дөрөҫ әйтә, башлы егет ул. Үҙ һүҙле лә икән кәрәк саҡта». Сабир рөхсәт алып ҡайтты. Әлеге көндә был бик бәхәсле мәсьәлә, ярай, һеҙҙең ауылда тәжрибә яһап ҡарайыҡ, тигәндәр. Таҙа парҙарҙың файҙаһын иҫбатлағансы байтаҡ ваҡыт үтте әле ул. Унан Сабир баҫыуҙарҙы кәҫ ҡайтармай һөрөү, ҡамыл төбөнә сәсеү идеялары менән янды. Рөхсәтһеҙ, йәшереп эшләгән саҡтары ла булды. Бәләкәйерәк майҙанда инде, әлеге лә баяғы һынау өсөн. ...Ап-асыҡ булып, күҙ алдына аңлашҡан көндәре килеп баҫты. Әбейҙәр сыуағы ине. Донъя үтә күренмәле күлдәк кейгән кеүек. Нисектер моңһоу. Күптән бесәне йыйып алынған аҡланда ҡурпы моронлай. Гөлкәй ике саҡрымда ғына ятҡан Ҡаранйылға ауылынан ҡайтып килә. Ана – Мәндем йылғаһы, ана Ҡарауыл тауы. Тау аръяғында уның ауылы – Мораҙым – ҡул һуҙымы ғына ерҙә ята. Бәй, баҫма ҡайҙа? Төндә ямғыр яуғайны. Шулай шәп булған икән, баҫманы ағыҙған. Аптырап торғанда, кемдеңдер яҡынлашыуын һиҙеп, боролоп ҡараны. Сабир бит. – Мин анау һырттағы ужымды ҡарарға тип сыҡҡайным әле, һине күреп ҡалдым да... – Нишләргә икән, берәй атлы ла килеп сыҡмай. Кисерлекме ни ул Мәндемде, һыуығы елеккә үтә. – Ниңә һиңә берәй, яныңда минең ише арғымаҡ торғанда. – Шаяртмаһаңсы. – Кем шаярта, минме? – тине лә Сабир Гөлкәйҙе күтәреп алды. Ниҙер әйтергә өлгөрмәне, шаптырлатып һыуға төшөп тә китте. – Ҡотороп аҡһа ла, кисеү тәңгәлендә тәрән түгел ул, мин был яҡҡа ла, ана, мотоциклды ҡалдырып кисеп сыҡтым, итеккә һыу инмәне. – Сабир... Күҙҙәрең ғәжәп һинең... – Гөлкәй, уйнама һүҙҙәр менән, йәме. Минең дә бит, иләҫләнеп, ышанып ҡуйыуым бар. – Сабир, мин һинең күҙҙәреңде, мин һине... яратам. – ?!

