🩷Һин генә... — 22 июля 2026 г. в 14:33:00.334
🩷Һин генә... Хикәйә Сабиры ҡунаҡтарҙы оҙатып киткәс, һауыт-һабаһын йыйыштырҙы, бүлмәләрен бөхтәләп сыҡты Гөлкәй: донъяһы ялт итеп тора! Бәй, нишләп оҙаҡланы һуң әле ире? Ҡунаҡтарҙы өйөнә тиклем оҙатҡан хәлдә лә бығаса ҡайтыр ине. Ауыл ҙур түгел, иң алыҫ тигәне лә эргәлә генә йәшәй инде уның. Гөлкәй, яурынына селтәр шәлен генә һалып, ишек алдына сыҡты. Ниндәй сихри матурлыҡ! Төн уртаһы етеп килә, күктә әкиәти алтын алҡаға оҡшап ай эленеп тора. Айҙың йөҙөн бер ҡаплап, бер асып, болоттар йөҙә. Болоттарға оҙағыраҡ ҡараһаң, күк йөҙө диңгеҙҙе хәтерләтә... Ана, ҡайһылай ирмәк бер болот. Хас балыҡ. Күрсе, күрсе! Гөлкәй йөрәкһеп тупһанан йүгереп төштө лә шар асыҡ ҡалған ҡапҡа яғына йүнәлде. Теге болот икенсе ҡиәфәткә инмәҫ элек Сабирға күрһәтергә ине. Гөлкәйҙең күккә ҡарап иләҫләнеүе лә Сабирҙың үҙенән башланды түгелме әле? Ғаилә ҡороуҙарына икенсе йыл ғына ине. Ташуй үренә еләккә барғайнылар. Эйе шул, еләккә. Яҡын ғына күренһә лә, үр булғас, ах та ух килеп саҡ барып еттеләр... Юл тар ғына, етәкләшеп тә булмай, етмәһә, малай-шалайҙыр инде, кеше буйы булып үҫкән арышты ике яҡтан услап-услап бөгөп, ишеп киткән. Еләк күтәреп ҡайтҡан ҡыҙҙар эләгеп йығылһын, йәнәһе. Сабир шуларҙы ипләп кенә сисеп, баҫтырып китте. Бер услам бик таушалғайны, йығыла ла тора. Сабир тәки ныҡышып, баҙыҡ һабаҡтарға терәп, артҡараҡ янтайтып, турайтып китте. Үҙе бала һымаҡ ҡыуанды. «Минең кәләш алдында ана шулай смирно торорға кәрәк, һары мыйыҡтар!» – тип, арыштарға күҙ ҡыҫып алды. Хәленән килһә, ошо баҫыуҙы ҡосағына алып иркәләр ине ул. ...Эйе, теге болот хаҡында ине бит әле уйы. Ташуйға менеп еттеләр ҙә, ҡолас киреп үҫкән ҡарама сатыры аҫтына ял итергә ултырҙылар. – Гөлкәй, күҙ һал әле ауылға, ус төбөндәгеләй, – Сабир аҫтағы күренеште барлай. – Ана, Маһира инәйҙәр мунса яҡҡан, төтөнө ирмәк сыға, эйеме? Гөлкәйҙең ҡарашы ауылды уратып күгәреп ятҡан тауҙарға текәлгәйне. Сабир быны һиҙептерме, йәһәт кенә һүҙен бороп ебәрҙе: – Гөлкәй... Яңыраҡ тауҙағы бесәнлектә булдым әле мин. Ғүмер баҡый тапалып эштән сыҡҡан, тырматып, үлән сәсеп ҡарарғамы әллә тип уйлағайным. Шунда, аҡландың төпкөлөндә, йәнәш кенә ике ҡайын да үҫә икән... – Сабир туҡталып торҙо ла, төшөнкө генә өҫтәп ҡуйҙы, – береһенә «Гөлкәй», икенсеһенә «Таһир» тип яҙылған. – Китсе әле, бына һиңә бер сал тарих, – Гөлкәй көлөп ебәрҙе. Кәйефе шәп ине һәм иренең әйткәндәре күңелен һиҫкәндереп ебәрһә лә, үткәндәрҙе хәтерләп торманы. Сабир ҙа һүҙҙе оҙайтманы, салҡан ятып болоттарҙы күҙәтергә тотондо. – Анау аҡ болотто күр әле, Гөлкәй. Хас та... Йә, һин кемгә оҡшатаһың? – Айыуға. – Ныҡлабыраҡ, текләберәк ҡара, хас та күрше бабай ҙаһа инде. Аҡ сәсле, аҡ һаҡаллы. Сабир ҡалҡынып, ҡатынының күҙҙәренә ҡараны. Гөлкәй уның ҡара бөҙрә сәстәрен бармаҡтары менән тарағандай итте. Бына уның бармаҡ остары саҡ ҡына, Гөлкәй үҙе һиҙерлек кенә итеп дерелдәй башланы. Ә үҙе иренең ҡарашына арбалғандан арбала барҙы, йәне-тәне ирене, иләҫләнде. Йөрәгенең дөпөлдәп ҡағыуын тойоп, Сабирҙың ҡосағына һыйынды. Сабир уны көслө беләгенә һалып бәүелдергәндәй итте, иркәләп сәстәренән, күҙҙәренән үпте... – Кит, иҫәр, ана, бөтә ауыл ҡарап тора, – тигән булды Гөлкәй, түбәнгә ымлап. – Ҡараһа, үҙ ҡатынымды ҡосаҡлап үпкәндән ни хилафлыҡ? – Кит, беҙ былайтып ултырһаҡ, бер тултырмыш та еләк йыя алмаҫбыҙ, буш силәк һөйрәп ҡайтырбыҙ... – Ысынлап та, ана, ҡояш Аҡ ҡаяға һыртлап бара. Уйҙың йүгәне юҡ, тигәндәре шулдыр инде. Әҙ генә ваҡыт эсендә күпме хәтирә уҙҙы күҙ алдынан. Ҡайҙа һуң Сабир?! Гөлкәй, хәүефләнеп, тирә-яҡты байҡаны. Күл буйында, ҡарт өйәңке аҫтындағы эскәмйәлә, кемдер ултыра түгелме? Тәмәке баҙлағандай, улай тиһәң, Сабирҙың тәмәкене ташлауына байтаҡ инде. Гөлкәй шул яҡҡа атланы. – Сабир? Эйе, был ул ине. Нишләп элеккеләй атылып өйөнә ҡайтмай, бында ултыра. Гөлкәй балаларҙы ла көндөҙ үк өләсәйҙәренә алып барып ҡуйҙы: иркенләп ҡунаҡ һыйларбыҙ, һуңынан икәүләп, башты башҡа терәп кенә, серләшеп таң аттырырбыҙ, тигәйне. – Сабир, шыл әле саҡ ҡына, мин дә ултырайым. – Юҡ, алдыма ултыр, эскәмйә еүешерәк шикелле.

