Иренең шулай итәғәтле булыуына өйрәнергә лә ваҡыт инде Гөлкәйгә. Ни тиһәң дә, ун биш йы... — 22 июля 2026 г. в 14:33:00.625
Иренең шулай итәғәтле булыуына өйрәнергә лә ваҡыт инде Гөлкәйгә. Ни тиһәң дә, ун биш йыллап бергә йәшәп ташланылар ҙабаһа. Барыбер өйрәнә алмай. Бына әлегеләй күңеле тула ла китә. Әллә инде атаһының әсәһенә ҡарата тупаҫлығын күреп үҫкәнгә... – Сабир, уф, тәмәке тартаһыңмы? – Юҡ та, Марат тартҡас, мин дә берҙе тоҡандырғайным шунда. – Мараттар күптән төш күреп йоҡлап яталыр инде. – Бик ҡәнәғәт булып ҡайтып киттеләр, ҡунаҡ һыйлай беләбеҙ икән. Гөлкәй... Марат та, ҡатыны ла һинең класташтарыңмы? – Эйе шул, әйткәнем бар ҙа инде. – Ә теге, бөгөн һин йырлаған йырҙы кем сығарғайны? – Кем булһын, композитор инде. – Марат әйтә, уны Таһир сығарғайны, ти... Гөлкәйгә әллә нисек тәьҫир итте был һөйләшеү. Үҙе лә аңғармаҫтан, иренең муйынына һарылған ҡулдарын нисек һелкә тартып алһа, шулай һелкетә баҫып ҡайтты ла китте. Сабир ултырҙы ла ҡалды. Гөлкәй бәләкәй мендәрҙе һалып ҡына диванға ятты, йөрәгенең ярһыуын баҫа алмай аҙапланды: «Мин, диуана, уны иркәләйем, уға анау балыҡҡа оҡшаған болотто күрһәтәйем тип ашҡынып янына барған булам, ә ул?». Нишләптер тағы шул бая иҫкә төшкән, еләккә барған көн күҙ алдына килде. Силәктәре тулып килә ине, Гөлкәй түҙмәй, ҡайтайыҡ та ҡайтайыҡ, ти башланы. Сабир, тултырғас тултырайыҡ инде, тигәйне, иланы ла ебәрҙе. Эй һармаҡ саҡ булған да инде. Тегеһе аптырап ҡалды. Ҡатынын саҡ тынысландырҙы. – Йә, ни булды, Гөлкәйем? – Ана бит, күрсе. Гөлкәй күҙҙәре менән күкрәк тәңгәленә ымланы. Бәй, ике түше лә төймәләй генә булып еүешләнгән дәһә – һөт тиртә, бәпесе, Әлфиәһе, имергә һорай, илай булыр. – Гөлкәйем, иҫәркәйем, ниңә шундуҡ иҫкәртмәйһең, мин ни, уйһыҙ-хәсрәтһеҙ йөрөйөм. Ҡайтабыҙ, ҡайтабыҙ, хәҙер үк Әлфиә янына осоп ҡайтып етәбеҙ! Сабир шунда тағы бер ирмәк ҡылығын күрһәтте. Ҡапыл тубыҡланып, ҡатынының еләк һутына буялып бөткән ҡулдарын үбергә тотондо. Гөлкәй ҙә, әллә ҡаушап, быуынһыҙланып, уның ҡаршыһына тубыҡланды. Сабир теге төймәләй генә булып торған ике тапты үпте лә, башын ҡатынының күкрәгенә терәп, тынып ҡалды. Уның ҡуйы бөҙрәләре Гөлкәйҙең эйәгенә, ирендәренә ҡағылды... Гөлкәй әле лә шул бөҙрәләрҙең һәр бөртөгөн наҙларға, бармаҡтарына урап сығырға теләп, ҡулын һуҙҙы – эргәлә ул юҡ ине. Эйе, ул бит унда, күл буйында ҡалды. Туҡта, нимәгә болоҡһой һуң әле Сабир? Нимәгә?! Таһир сығарған йырҙы мин йырлап ултыра буламмы? «Йәшлегемдә мин бер гөлдө яраттым...» Ошо йырҙы инде. Эйе, уны тәүләп ауылда ул йырлағайны. Моғайын, Маратҡа, үҙем сығарҙым, тигәндер. Маҡтанырға ярата ине шул. Таһир... Туғыҙынсыны тамамлаған йылда... Бер көндө ҡустыһы, алан-йолан ҡаранып, Гөлкәйгә бер хат тотторҙо. Апаһы уҡып бөткәнсе үҙе шунда мыш-мыш килеп танауын тартып торҙо. Йәнәһе, яуап көтә. Танышыу хаты ине был. Исеме ҡуйылмаған. Кемдән икән? Гөлкәй ҡустыһынан һорауҙы ғәрлек тип тапты. Хатты кире уҡып сыҡты. Бәй, таныш ҡул бит, эйе, эйе, быны класташы Таһир яҙған. Уф, ҡайһылай ҡыҙыҡ!

