Ул ваҡыттан байтаҡ һыуҙар аҡты. Ауылға ҡайтҡаным булманы. Яраларымды яңыртҡым килмәне. ... — 3 августа 2026 г. в 14:12:07.808
Ул ваҡыттан байтаҡ һыуҙар аҡты. Ауылға ҡайтҡаным булманы. Яраларымды яңыртҡым килмәне. Ауылдаштарымдың күңелендә шаян, шаталаҡ Миләш булып ҡалғым килде. Эшемдәге етәкселек, инвалидлығымды иҫәпкә алып, бер бүлмәле фатир юллап бирҙе. Йәшәү дәрте артты. Бүтәндәр кеүек үҙ бәпесемде һөйгөм, эштән ҡайтҡан иремде тәмле-татлы аштар менән һағынып ҡаршы алғым килә башланы. Яҙмышым ошолор, тип ҡатынын айырған хеҙмәттәшемә кейәүгә сыҡтым. Алма кеүек ҡыҙым донъяға килде. Тора-бара иремдең холҡо үҙгәрҙе. Берҙән-бер көн: “Бер-беребеҙҙе ярата алманыҡ шикелле. Ауыр булһа ла әйтәйем, һине ғәрип тип йәлләй торғайным. Йәлләүгә мохтаж түгел икәнлегеңде аңланым. Көслө ҡатынһың. Ҡыҙыма ярҙам итермен”, – тип әйберҙәрен йыйҙы ла сығып китте. Ниңәлер быйыл бигерәк ашҡындым ауылға. Төшөмдә Вәхитте күреп бөттөм. Ул Себергә сығып киткән, тип ишеткәйнем. Һаман өйләнмәгән, ахыры. Кемдән тәфсирләп һорашаһың инде. Ауылға ҡайтҡас, өйөмә яҡынлашҡас, туй автомобилдәре осраны. Машиналағы бәхетле парҙарҙы танымаһам да, сәләм биреп, ҡул болғаным. Өлтөрәп йөрөп сәй ҡуйған әсәйем: “Белгән һымаҡ, Вәхиттең туй көнөндә ҡайтып төшкән икәнһең”, – тип әйтеп һалды. Өҫтөмә бер биҙрә боҙло һыу ҡойҙолармы ни! Эсемдә бер ҡылмы, моңмо өҙөлдө. Төн буйы керпек ҡаҡманым. Һөйгәнемдең яттар ҡосағында булыуын кисереү бик ауыр булды. Күҙ төптәремдең ҡара янып сыҡҡанын күргән әсәйем иртән сәй эскәндә ауыр көрһөндө. Кемдер ишек шаҡыны. Тупһала... Вәхит пәйҙә булғас, ултыра төшә яҙҙым. – Миләш, ғәфү ит... – Нимәгә? Яратмаған өсөн ғәфү үтенәләрме ни? – Туғандарҙың димләүе буйынса... өйләндем. – Аҡланыу урынһыҙ, – тип мин артҡа сигендем. – Вәхиттең ғәйебе юҡ, – тине төпкө бүлмәнән сыҡҡан әсәйем. – Был тиклем өҙгөләнерегеҙҙе белһәм, ҡыҫылмаған булыр инем дә бит. Вәхиттән көн аша хат килеп торҙо. Тик мин, ҡыҙым, уларҙы һинән йәшерҙем. Имәндәй егет аяҡһыҙ ҡыҙҙы үҙ итмәҫ, ғәрләнер, тинем. Өйләнгән хәлдә лә, тиңһенмәҫ, ташлап китер, йөрәгеңде яралар, тип шөбһәләндем. Әсәйем һандығын асты ла иң төптән төргәк килтереп сығарҙы. – Был тиклем дә өҙгөләнерегеҙҙе белһәм... Мин ғәйепле айырылышыуығыҙға, гонаһлымын һеҙҙең алда, – тип һамаҡлап иланы ул. – Әсәй, үҙең әйтмешләй, яҙғаны шул булғандыр, юҡҡа үҙеңде бөтөрмә. Хуш бул, Вәхит. Кәләшең янына кит. Туйҙа кәләште яңғыҙ ҡалдырмайҙар. – Йөрәгемдә ут дөрләһә лә, тауышым ҡоро, һалҡын сыҡты. Вәхит күҙҙәремә тултырып ҡараны ла ишеккә йүнәлде. Ә мин көндөҙгө автобусҡа сыҡтым. Ауылда туй гөрләп ҡалды. – Уҡып ҡара әле, – тип Миләүшә апай хаттарҙы миңә һондо. “Һаумы, ҡәҙерлем! Һинән яуап килмәгәндән алып инде йөҙөнсө хатымды яҙамдыр. Хәлеңде ишеттем. Иң мөһиме – үҙең иҫән ҡалғанһың. Иң ауыр ваҡытта яныңда була алмауым үкенесле. Ныҡ бул, бирешмә. Ҡайтҡас, гөрләтеп туй үткәрербеҙ. Икәүләп исем ҡушҡан шишмә буйына өй һалырбыҙ”. ...Шул мәл поезд килгәнен хәбәр иттеләр. Әйберҙәребеҙҙе йыя һалып, перронға ашыҡтыҡ. Унда берәүҙәр гармун көйөнә бейей, икенселәр йыр һуҙа. Егеттәрҙе армияға оҙаталар икән. Ситтәрәк йәш кенә ҡыҙ менән егет ҡосаҡлашып, донъяларын онотҡан, бер һын булып ҡатҡан. Юлдашым, барған еренән туҡтап, уларға моңһоу йылмайҙы. Өфөгә барып еткәс, Миләүшә апай менән хәбәрләшеп торорға вәғәҙәләр биреп айырылыштыҡ, тик донъя ығы-зығыһы баҫып китеп, бәйләнеш өҙөлөп торҙо. Бер йыл самаһы үткәс, шылтыратҡайным, телефоны яуап бирмәне. Юл төшкәндә фатирына барғайным, унда йәш ғаилә йәшәй булып сыҡты. – Фатир хужаһы ҡайҙалыр күсеп киткән, – тине улар. Күсеп киткән... Тимәк... Күңелдә өмөт нуры ялтлап, сағылып үтте. Ә, бәлки... Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.

