Поезд ҡуҙғалыуға биш сәғәт самаһы ваҡыт бар әле. Эргәләге ике мәрйә донъяларын онотоп г... — 3 августа 2026 г. в 14:12:07.431
Поезд ҡуҙғалыуға биш сәғәт самаһы ваҡыт бар әле. Эргәләге ике мәрйә донъяларын онотоп гәп һата, арыраҡ туристар кәрт һуға. Бер апайҙың сикәләре буйлап өҙлөкһөҙ күҙ йәше аға. Күңелгә ауыр булып китте. Үҙем дә һиҙмәҫтән ауыр итеп көрһөнөп ҡуйҙым. Апай, һиҫкәнгәндәй, миңә әйләнеп ҡараны. Ҡараштар осрашты. Йәһәтләп күҙҙәремде ситкә ала һалдым. Сумкамдан аҡса сығара башлағайным, апай телгә килде. – Һеңлем, һеҙ Уфағамы? – Эйе, Өфөгә. – Улайһа, миңә лә билет алығыҙ әле, зинһар. Ҡурҡмағыҙ, әйберҙәрегеҙҙе ҡарап торормон. Ҡуҙғалырлыҡ та хәлем юҡ... Мин билет алып килеүгә, апай буйтым тынысланғайны. Хатта кескәй генә табын да хәстәрләп өлгөргән. “Әйҙәгеҙ, сәй эсеп алайыҡ. Мин Миләүшә апайың булам. Өфөлә йәшәйем”, – тине ул. Мин дә, үҙем менән таныштырып, уртаҡ табынға һый-ниғмәттәремде теҙҙем. Апайҙың аяҡтарын уңайһыҙыраҡ итеп һуҙып ебәреүенә иғтибар иткәс, тертләп ҡуйҙым – бер аяғы протез булһа кәрәк. Сәй эсеп алғас, күптәнге таныштар кеүек булып киттек. – Миңә ҡарап кешеләр, эй, бахыр, бер аяҡ менән генә көн итеүе бигерәк ауырҙыр, тип йәлләйҙер инде. Аҡырып та, үкһеп тә илаған саҡтарым аҙ булманы – ҡырҡылған аяғым шулай түҙҙермәй төндәрен. Ярай, уныһы көндөҙ баҫылғандай була. Ә бына йән ғазаптарының күңелде ҡырмай торған минуты юҡ. Берәй ере ғәрип булған кешенән һауһаҡтар үҙҙәрен өҫтөн күрә, хатта сикәнеп ҡарай. Ә күңел ғәрип түгел бит беҙҙең, бүтәндәр кеүек үк яратылғы, яратҡы килә. Мин дә ҡасандыр һинең кеүек йәш, матур инем. Биш баҫырҙы бер баҫып, осоп ҡына йөрөнөм. “Сиңерткә” тигән ҡушамат таҡтылар хатта. Янып-шашып ғашиҡ булдым. Өнһөҙ яратып йөрөйөм тегене. Юҡ бит, ҡарамай. Түҙмәнем, әхирәтем аша мөхәббәт хаты ебәрҙем. Шунда уҡ яуап килде. Ул да яратҡан, тик миңә, остоҡай шарҙыуанға, һүҙ ҡушырға баҙнат итә алмай йөрөгән. Осраша башланыҡ. Эй, ул осрашыуҙар... Әле булһа, йоҡоларҙан яҙҙырып, йөрәкте тулата. Вәхиткә армияға саҡырыу килде. Гүйә, донъям емерелеп төштө. Ул китер алдынан төндәр буйы һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәне. Илай-илай оҙаттым. Көн дә тиерлек бер-беребеҙгә һөйөү тулы хаттар яҙҙыҡ. Һалдат оҙаттым, тип өйҙә генә ултырып булмай бит инде, спектакль, концерт менән эргә-тирәләге ауылдарға йөрөй башланыҡ. Күрше ауыл йәштәре беҙҙе ҡунаҡ итте. Шоферыбыҙ ныҡ ҡына эсеп ташланы. Ҡайтырға кәрәк. Таңдан һауынсыларға эшкә. Ҡурҡа-ҡурҡа машина кузовына тейәлештек. Ен кеүек ҡыуа егет машинаны. Әйткән һайын ҡарыша. Ауылыбыҙ уттары күренде. Ҡапыл йондоҙло күк әйләнеп китте, донъя түңкәрелде. Күҙемде асҡанда эргәмдә күҙе ҡыҙарып бөткән әсәйем менән ауыл фельдшеры тора ине. Көслө ауыртыуҙан тағы аңымды юғалтҡанмын. Дауаханала табиптар хәлдән килгәндең барыһын да эшләне, тик... аяғымды һаҡлап ҡала алманы. Көндәрем ҡара төнгә әйләнде. “Вәхит ишетһә, нимә тиер. Мин хәҙер уға тиң түгел”, – тип өҙгөләндем. Шунан һуң уның бер хаты ла килмәне. Туғандары тыйғандыр, күрәләтә ғәрип ҡыҙ менән яҙмышыңды бәйләмә һап-һау көйөңә, тигәндәрҙер. Һөйгәнемдең хыянатын ауыр кисерҙем. Дауахананан һуң апайым мине Өфөгә алып китте. Протез йүнләп алдырҙым. Яйлап атларға өйрәндем. Бухгалтерҙар курсында уҡып алдым. Кеше араһына сыҡтым, нимәгәлер һәләтле икәнемде раҫланым. Тормошом күҙгә күренеп ыңғайланы, тик күңел төбөндәге һағыш ҡына, бур кеүек, төндәрен йонсота, ғазаплай ине. Вәхиттең армиянан ҡайтыр мәле яҡынлашты. Оноторға тырышһам да, уның бүтән берәүҙе йәр итерен күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Шул “берәү”ҙән үлеп көнләшәм үҙен. Бер көн ишектә ҡыңғырау шылтыраны. Ишекте апайым асты. Ингән кешенең тауышын ишетеп, кухняның стенаһына һеңерҙәй булып һөйәлдем дә ҡаттым. Йөрәк ситлегенән сығып ҡына килә, тибеше хатта Вәхиткә лә ишетелә һымаҡ. Ниндәйҙер көс мине йәнтәслимгә ишек яғына һөйрәй. – Апай, Миләүшәне күрергә ине. – Йөрөмә, уңалып барған яраларын тырнап. Хәл өҫтөндә ятҡан сағында кәрәк инең һин уға. Уның һине күргеһе килмәй. Бар, кит! Ишек асылды ла ябылды. Гүйә, йөрәгемде һурып алдылар ҙа йомарлап ырғыттылар. Уҫал шул апайым, бигерәк ҡаты кеше. Их, шулай ҙа бер аҙым ғына яһарға булған. Бәхетемә табан...

