ЯҺАЛМА ЗИҺЕН — 1 августа 2026 г. в 04:03:53.115
ЯҺАЛМА ЗИҺЕН Шундай заман килде: кеше Ни хәл итһен, ни тиһен? Бар донъяны баҫып алды Теге яһалма зиһен. Уҡыта ла, өйрәтә лә, Төплө итеп аңлата. Моғайын, берәй ерендә Бик ҙур аҡыл, аң ята. Анализлай, диагнозлай Һығымтаһы теп-теүәл. Ошоларҙы күреребеҙ Башҡа инмәне әүәл. Поездарға юлдар аса, Самолеттар осора. Уйлаһаң, йәшәп ятабыҙ Хәтәр ҡыҙыҡ осорҙа. Хаталарыңды төҙәтә Күреп ҡалып тиҙ генә. Ғөмүмән, хайран ҡалырлыҡ ЯЗ-ның тиҙлегенә. Ҙур аҡылы өҫтәүенә Күп уның һәләттәре. Шиғыр яҙа, көй сығара Был Ғәли йәнәптәре. Һүҙ ҙә юҡ, яһалма зиһен, Еңеләйттең тормошто. Шулай ҙа хәүеф һиҙгәндәй Минең күңел торошо. Хис-тойғоло йөрәгең юҡ, Шуға ла һин яһалма. Беҙҙе – кешеләрҙе генә Һин йөрәкһеҙ яһама! Рәшиҙә Мәһәҙиева

