“Юҡ! Хәҙер инде минең күңелем таш булып ҡатҡан, һин нимә тип инәлһәң дә иремәҫ, ошоға т... — 31 июля 2026 г. в 15:46:01.502
“Юҡ! Хәҙер инде минең күңелем таш булып ҡатҡан, һин нимә тип инәлһәң дә иремәҫ, ошоға тиклем балалар һинһеҙ үлмәнеләр, артабан да йәшәрбеҙ, кем тип ташлап киттең мине, улдарыңды, шул ҡатынға кире бар, һинһеҙ ҙә юғалманыҡ, беҙҙең өсөн һин күптән юҡ”. Был һүҙҙәрҙе йөрәкте телеп, ҡасандыр яратып өйләнгән, өс балаһының әсәһе, ташлап киткән ҡатыны әйтте уға. Яңынан иргә барманы, Азатты ғәфү итмәне ул. Ғорурлыҡты еңә алманымы, әллә ысынлап та күңеле ҡаттымы, ғәфү итмәне.... Ул дуҫында ике төн, был танышында өс көн тигәндәй ҡағылып-һуғылып йөрөгән Азат, урамда ҡала. Янған йөрәген баҫырға теләгәндәй тапҡан һәр тинен араҡыға алыштыра. Бөтмәгән әле илдә изге күңелле кешеләр. Уны ошо хәлендә бер танышы осрата. Үҙенә алып ҡайтып, ашатып-эсереп, йыуындырып-кейендереп, юлына билет алып кире вахтаға оҙата. Эш менән онотолор, ул эшләп ҡайтҡансы, бәлки, ҡатыны кире уйлап ғәфү итер, ғаиләһенә ҡайтырға рөхсәт бирер тип өмөтләнә. Эшләп ҡайтҡан Азатты берәү көтмәй, ҡайтҡан һайын бер үк хәл, тәүҙә Рәйләнең ишеген шаҡый, һуңынан ғаиләһенә барып инәлә, тик бер нимә лә үҙгәрмәй. Аҡсаһы бөткәнсе ҡайҙа етте шунда эсһә, аҡса бөтһә сауҙа йорто алдында үткән һүткәндән хәйерселәп эсте ул. Һуңынан вахтаға ла йөрөмәй башланы, һаулығы ла ҡаҡшай,ҡышты һыуыҡ подьезда үткәреү үҙенекен итә, һөйәктәре һыҙланыуын тик эскелек менән генә баҫа.... Теге изге күңелле танышы уға инвалидность юлларға ла ярҙам итә, ләкин булғанды ҡәҙерләп, яҡшы тормошҡа ынтылып йәшәү тигән нимәне кире ҡайтара алмай. Азат урам буйында эт типкеһендә йәшәп, яҡты донъя менән хушлаша. Рәйлә хәҙер ҙә яңғыҙ, тик йәш саҡтағы матурлығы ғына юҡ. Азаттың ҡатыны башҡаса кейәүгә сыҡмай, ирҙәргә ышанысы юғалды уның. Балаларының һәр береһенең үҙ ғаиләһе, үҙ балалары бар. Әсәһе уларға атаһының яҙмышын ҡабатламауҙарын, үҙ ғаиләләрен ят ҡатынға, еңел-елпе тормошҡа алыштырмауҙарын үтенә. Авторы билдәһеҙ.

