ЙƏНГƏ ТАНҺЫҠ БЫЛ ДОНЪЯ — 26 августа 2026 г. в 15:28:02.526
ЙƏНГƏ ТАНҺЫҠ БЫЛ ДОНЪЯ 🔹Тәгәрмәстәре тыҡыр-тоҡор килгән алама ғына арба тас тупраҡ ҡына ерҙән елеп бара. Ары-бире генә осрап ҡуйған таш өҫтөнә берәй тәгәрмәсе барып менһә, арбалағылар еңелсә генә һикереп китәләр. Күкһел төҫтәге алама ғына куфайкы өҫтөндә аяҡтарын береһен икенсеһенә салып ултырып, икһеҙ-сикһеҙ уйҙарға сумып барған уҙаман Ишморат атлы ир булыр. Уның артында ҡыҙыл раузалары көнгә уңа биргән ҡара крепдишин күлдәк кейгән, башына алтын һымаҡ ялтырап торған биҙәктәр төшкән зәңгәр яулыҡ бөркәнгән, дөм ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, дала еленә көйгән яҫы битле, үҙе ҡаҡса ғына кәүҙәле, Ишмораттан буйтым ғына олораҡ ҡаҙаҡ ҡатыны ултырып килә. Жомагол исемле ул. Уның аҫтына түшәрлек бер генә сепрәк йораты табылмағанға күрә, ҡаҡ арбала ултырып бара ул. Ишморат бына туғыҙынсы йыл инде Ҡыҙыл аръяғында ятҡан ҡаҙаҡтарҙың малын көтә. Мәле тура килһә, тыуған яҡтарына ҡайтып урағылай. Ике йылға бер ҡайтып, аҙналап йәшәп китә. Был юлы ҡайтҡанында арба артында суҡайып ҡына барған ҡараҡасты ҡуша алып ҡайтты буш өйгә. Атайҙары Ишғәле күптән мәрхүм булып, әсәйҙәрен һеңлеһе үҙенә алып ҡайтты көтөргә. Әсәйҙәре лә оло инде. - Ауылға барып әйләнәйек өс көнә көнгә булһа ла, - тип ялбара ҡыҙына Фәтхиямал инәй, ҡайтҡыһы килә. - Әллә кемең һине ҡоласын йәйеп,ә сәм ҡайтҡан, тип һағынып көтөп тора, - тип тазылдай ҙа ҡуя ҡыҙы. Бер ҙә алып ҡайтманы. - Ошонда ғына йәнемде алыр инде Ғазраил фирештә, - шулай ти ҙә, башынан яулығын һыпырып алып, бәләкәс кенә битен ҡаплап илай, шунан оҙаҡ итеп күҙҙәрен соҡоп һөртә лә "Алла", тип ауыр итеп көрһөнә лә, түшәгенә кире ята. "Йүгереп тә генәәәй ҡайтыыыр ер түгеее..."- үҙ алдына ғына шулай көйләгән була ла, тәҙрәнән тышты күҙәтә: берәй малайы ат егеп килеп тормаймы шунда? Ишмораттың ике ҡустыһы ла ҡырҙалар. Улар менән дә күрешкәне юҡ. Ишморат ҡайтһа, улар өйҙә юҡ, улары ҡайтһа Ишмораттан елдәр иҫкән була. Гел аймылыштар. Ят бауырға әйләнеп бөттөләр. Улары йышыраҡ ҡайтыштырып китәләр әле ул, һүрән генә янған лампочкалары ҡайсаҡ төнө буйына һүнмәй. Байрам яһайҙар. Өйҙөң ҡото күптән киткән. Элеп алып, һелкеп һалырҙай бер ни ҡалмаған ул. Буш койкалар ҙа, ҡаҡ урындыҡ. Һыйыр мөгөҙөнә элерлек сепрәк тә тапмаҫһың. Ишморат әсәһенә оҡшап, еҙ сәсле, әле бите көн-төн дала гиҙеп йөрөгәнгә күрә, ҡып-ҡыҙыл булып янған. Төҫкә лә әсәһе һымаҡ һары. Бөкөрәйеп, кесерәйеп, тас Фәтхиямал әбейгә оҡшап киткән. Алғы тештәре үҙҙәре ҡойолғандармы, әллә ҡыра һуғып бөткәндәрме лә, ней тиһәң дә йонсоу ғына булып киткән. Йәше китеп бара, тиһәң, яңы иллене тултырҙы. Ир кешегә йәшме ни ул? Нужна һурпаһын аҙ һемертмәйҙәрҙер инде ҡаҙаҡтар. Колхоздар бөткәс, эшһеҙ тороп ҡалды күп кеше. Сосораҡтары үҙҙәре мал аҫырап, мал үрсереп, ит-май һатып деңдәтеп донъя көтөп алдылар ҙа киттеләр. Бәғзеләр ҡырға китте оҙон аҡса эҙләп. Ишморат ауылға йылҡы алырға килгән Бахыт исемле ҡаҙаҡҡа эйәреп сыҡты ла китте. Ғаиләһе, салбар балағына йәбешеп йөрөгән балаһы юҡ әле. Ирәндек бөркөтөләй иреклемен,тип һыр бирмәй сығып китһә лә, йән генәһе барыбер йәнселеп тороп ҡалды ауылда. Атайҙан ҡалған арба менән Алмасыбарҙы Фәтхиямал инәйҙең ҡустыһы тейеш Ғибәҙәт ағайға ҡалдырып китәләр ҙә,ҡайтҡандарында ул-был йомошҡа егеп алып йөрөйҙәр.Бына әле Ишморат арбаның тәгәрмәстәрен майланы, Алмасыбарҙы екте: ҡамыт,суҡлы эшлияларҙы, дуға, ыңғырсаҡты ярылып бөткән усы менән һыйпап-һыйпап алды,атының муйынын ҡосаҡлап, оҙааҡ итеп еҫкәп торҙо. - Бер ыңғай ат ашап торорлоҡ бесән дә сабып һалып алығыҙ арбағыҙға, - Ғибәҙәт ағай арбаға салғы сығарып һалды, - Ипләп,килен,аяғыңды йыйыңҡырап ултыр. Килен, тип өндәшһәм буламы? Ишморат ҡусты? "Тәкә һуҡҡан"ға барығыҙ, хатындар шул яҡҡа йөрөйҙәр емешкә. Шулай еләккә, тип китеп барыуҙары. - Созылыңҡымы жүриү? Нисә шакрым орман? Бек ыссы... - ылау артындағы ҡатын тирләп килә. - Йәй эҫе була инде. Нооо, малҡай!

