Бөгөн иртән һайлауға барғанда өләсәйемде иҫкә төшөрҙөм. Элек һайлау бер көндә үтә ине һ...
Бөгөн иртән һайлауға барғанда өләсәйемде иҫкә төшөрҙөм. Элек һайлау бер көндә үтә ине һәм иртәнге сәғәт 6-нан башланып төнгө 12-гә тиклем дауам итә ине. Өләсәйҙе өйгә килеп һайлаталар. Кистән ул әсәйемдән ҡупшы күлдәген әҙерләтеп ҡуя һәм иртәнсәк 6-нан тороп ултырып, йәрпәсәкле күлдәген, камзулын кейә, сәсен тарап үреп, матур яулығын ябына ла көтә башлай. Сәғәт 7 тулыр-тулмаҫтан ишек шаҡыйҙар, тышта ҡараңғы әле был ваҡытта. Беҙ йоҡонан да тороп өлгөрмәйбеҙ, өләсәй бюллетенен ҡумтаға төшөрөп, ҡәнәғәт ҡиәфәттә ултырып ҡала. Һайлауҙың үҙен дә, таң менән ҡумта күтәреп өйҙәргә йөрөүселәрҙе лә "Дәүләт эше бит ул" тип, ҙур ихтирам менән ҡараны ул. Бер класс та уҡымаған өләсәйемдең аң кимәле ниндәй юғары булған тип уйланым бөгөн. Минең өсөн дә бер ваҡытта ла «Һайлауға барырғамы, бармаҫҡамы?» тигән һорау торманы. Сөнки мин ил парламентына осраҡлы кешеләрҙең, шикле төркөмдәрҙең эләгеү-эләкмәүе үҙебеҙҙән тора икәнен яҡшы аңлайым. Бөтә Европа Рәсәйгә ҡаршы. Шуға ла беҙ киләсәк өсөн яуаплы йәмғиәт, үҫешкән йәмғиәт икәнебеҙҙе, берҙәм халыҡ булыуыбыҙҙы күрһәтергә тейешбеҙ. Ир-егеттәр илебеҙҙе тышҡы дошмандарҙан һаҡлай, уның эске бөтөнлөгөн һаҡлау, тарҡатырға бирмәү беҙҙән тора. Бына шундай ҙур сәйәси әһәмиәткә эйә ул сарала ҡатнашыу һәм ул хоҡуҡ беҙгә Конституция тарафынан бирелгән. #ВыбираемВместе #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026