🔥90 йəшлек хеҙмəт ветераны Зөмəрə Авзалетдинова Рəсəй Федерацияһы Дəүлəт Думаһына һайл...
🔥90 йəшлек хеҙмəт ветераны Зөмəрə Авзалетдинова Рəсəй Федерацияһы Дəүлəт Думаһына һайлауҙа ҡатнашты. 💥Гражданлыҡ бурысын үтəүселəр араһында Миəкə районы Сəфəр ауылында йəшəүсе Зөмəрə Рəхмəтулла ҡыҙы ла бар. 35 йыл ғүмерен китапхана һөнəренə бағышлаған ағинəй: "1957 йылда ошо ауылға килен булып төшкəндəн бирле, мин һайлау эшенең уртаһында ҡайнаным, тиһəм дə хата булмаҫ. Китапханасы булып эшлəү дəүеремдə, һайлау участкаһы рəйесе вазифаһын гел ышанып миңə тапшырҙылар. Биш тапҡыр ауыл советы депутаты итеп һайландым", -тип ҙур ғорурлыҡ менəн үткəндəрҙе иҫкə төшөрҙө. 🍁Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килə Зөмəрə инəйҙең. Аслыҡ, яланғаслыҡ... Һуғышҡа киткəн аталарынан да "ҡара ҡағыҙ" килə. Əсəлəре итəгендə - береһенəн береһе бəлəкəй алты бала тороп ҡала. "Миңə ул ваҡытта биш йəш кенə булған. Əсəйем Маһисəрүəр ауыр ҡайғыларҙы еңеп, үҙендə көс табып, барыбыҙҙы ла бер үҙе аяҡҡа баҫтырҙы." 🌺"Минең тауышым - ил килəсəге өсөн. Илем яҙмышына бер ҡасан да битараф булманым һəм була ла алмайым", - тине ул. 🤲Йəшенең оло булыуына ҡарамаҫтан, һаман да əүҙем тормош алып барған Зөмəрə инəйгə һоҡланмай мөмкин түгел. Уға ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бəрəкəтле ғүмер телəйбеҙ. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026