– Ата-а-й, мин – һинең ҡыҙың, һинең ба-ла-ң, ниңә мине былай? – тип һыҡтаны Рая.
– Ата-а-й, мин – һинең ҡыҙың, һинең ба-ла-ң, ниңә мине былай? – тип һыҡтаны Рая. – Юҡ шул, юҡ, һин беҙҙеке түгел! Беренсе ҡыҙыбыҙ бала табыу йортонда уҡ үлде. Ә әсәйең һине шунда ҡалдырып киткән. Иркә йәлләп алып ҡайтты үҙеңде. Ун ике йыл буйы көттөм мин ошо ләззәтле төндө. Тағы ла бер нисә йыл сыҙармын тигәйнем дә, түҙемлек етмәне. Иркәне лә шуға өгөтләп ауылға ҡайтарып ебәрҙем, – тип ҡарға кеүек ҡарҡылданы Биктимер. Намыҫы тапалған, сафлығы юғалған Рая иңрәп-иңрәп иҫен юғалтты. Шулай итеп, тыуған көнөндә, ун ике йәше тулған мәлдә Раяны “атай” тигән хәшәрәт йән көсләне. Юҡ! Улай тип әйтеү генә аҙ, матур ғына булып үҫеп килгән сәскәне өҙҙө, тапаны, иҙҙе… Иртә менән “атай” кеше был вәхши эшен ләззәтләнеп тағы ла бер ҡабатланы. Рая иҫенә килгәндә, һүҙ ҙә әйтерлек, ҡыл да ҡыбырлатырлыҡ хәлдә түгел ине. Ул ауыртыныуҙарына түҙә алмай ыңғырашты ла ыңғырашты, ҡара муйылдай күҙҙәренән йәше түгелде лә түгелде. – Ҡара уны, әсәйеңә өндәшәһе булма, ишетәһеңме?! Әгәр бер генә һүҙ әйтһәң дә, быуып үлтерәсәкмен! Ә өндәшмәһәң, үҙеңә матур-матур күлдәктәр, тәмле-тәмле ризыҡтар, тәм-том аласаҡмын. Ә-ә, онотоп торам, бына һинең тыуған көнөңә алтын алҡа алғайным. Ҡара әле, ҡайһылай матур. Ҡайҙа, был тимерҙе алып бәрәйем дә алтынын тағайым, – тип кеҫәһенән алтын алҡа алып Раяның бәләкәй ҡабырсыҡтай ҡолаҡтарына таҡты. – Раечка, кисә эш хаҡы алдым, бына һиңә аҡса, теләгән ризығыңды алып аша. Тор, йыуын, наҙлы бесәй кеүек мырылдап, иркәләнеп ятма! – тип бойорҙо ла Биктимер, бер ни булмағандай, кейенеп эшкә китте. Раяның башы әйләнде, күҙ алдары ҡараңғыланды, хәле булмаһа ла, ныҡышып торҙо һәм тәнтерәкләй-тәнтерәкләй йыуыныу бүлмәһенә инде. Көҙгөнән уға сәсе-башы туҙған, күҙ төптәре күгәргән, сәскәле күлдәге теткеләнгән, бешкән сейәләй тулышҡан ирендәре ҡара күмерҙәй булып ҡарайған, күп илауҙан күҙ ҡабаҡтары шешенгән бахыр ҡыҙ бала ҡарай ине. Рая хәлһеҙләнеп иҙәнгә ҡоланы. * * * Күрше Сәғиҙә әбейҙә Раяларҙың фатирының асҡысы бар ине. Иркә ауылға ҡайтыр алдынан: – Ҡыҙымды уҡырға ебәрешеп, ярҙам итеп тор инде, – тип ҡалдырғайны. Сәғиҙә әбей ҡолаҡҡа ҡаты, ләкин, һуҡыр күпте күрә, һаңғырау күпте ишетә тигәндәй, күршеләрендәге төнгө тауышты ишетте. Төн буйына хафаланып йоҡлай алманы. – Раяның хәлен беләйем. Әллә иҫерек Биктимер баланы ҡайыш менән ярҙы инде, үтә лә ытырғаланып ҡысҡырҙы бит. Хәйерлегә булһын, дәрескә лә ебәрергә кәрәк, – тип үҙ алдына һөйләнеп килеп инде. Иҙәндә ярым яланғас, ҡанға батҡан ҡыҙ баланы күргәс, һушы китеп йығыла яҙҙы һәм… бөтәһен дә аңланы. Раяны ипләп кенә торғоҙоп урынына алып барып һалды, өҫтөн япты ла сеңләп кенә илап ебәрҙе: – Эй-й-й, балаҡайым, харап ҡына иткән бит һине был хәсис, мөртәт, – тип Биктимерҙең күләгәһен әрләне. Ләкин уның үҙен әрләргә батырсылыҡ итмәне, ҡурҡты, белмәмеш булды. Алла һаҡлаһын, ҡартайған көнөмдә мине лә йәлләмәҫ ул битһеҙ, белмәгәндең беләге тыныс, тип уйланы әбей. Сәғиҙә әбей ишекте бикләп сығыуға, класс етәксеһе килде. Раяның дәрескә килмәү сәбәбен белеште, ишекте асмауын әйтте. Сәғиҙә әбей иһә үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр алдашты: – Рая төндә сирләне, атаһы иртә менән дауаханаға алып киткәйне шул, бәлки, бер-ике көндән мәктәпкә барыр, – тине. Класс етәксеһе тынысланып ҡайтып китте. Уҡыу йылының ҡалған ике айы Рая өсөн бик яй үтте. Көндәре айҙай, айҙары йылдай тойолдо уға. “Атай” кеше лә уны тыныслыҡта ҡалдырманы. Уҡыу йылы бөткәнсе шулай йәшәне «аталы-ҡыҙлы»… “Атай” кеше нимәләр генә алып бирмәне! Был әйберҙәр, затлы булһа ла, сикәнес ине. Ниһайәт, уҡыу йылы ла тамамланды. Рая әсәһен дә, туғандарын да ныҡ һағынғайны. Атаһы эштән ҡайтмаҫ элек үк автобус менән ауылға юл алды. Әсәһе менән туғандары Раяны һырып алды. Улар ҙа һағынған, ҡосаҡлаштылар, хәл-әхүәл һораштылар. Рая береһенән-береһе матур зәңгәр күҙле һеңлеләренә ҡарағас, атаһының әйткәндәрен иҫенә төшөрөп, ирекһеҙҙән, ысынлап та, мин уларға оҡшамағанмын икән шул, ҡара ҡашлы, ҡара күҙлемен, тип уйлап ҡуйҙы.