Сулпан апай Наилды сисендереште, һәр ваҡыттағыса, яғымлы йомшаҡ һүҙҙәре менән хәлдәрен ...
Сулпан апай Наилды сисендереште, һәр ваҡыттағыса, яғымлы йомшаҡ һүҙҙәре менән хәлдәрен һорашты. “Әсәйеңде кисә барып алайыҡ тиһәк, булдыра алманыҡ, Илнара”, – был һүҙҙәрҙе ишеткән ҡыҙҙың күңел яралары әсе, әрнеткес күҙ йәштәре булып түгелде... Тыйырға ла маташманы ҡыҙ үҙен, тормоштоң ҡаты һынауҙарынан өшөп, туңып барған бәләкәс кенә күңелен йылытырға теләпме, яғымлы, матур апайға һыйынды. Шул көндө уларҙы Сулпан апаһы үҙҙәренә алып ҡайтты. Ишектән ике бала килеп ингәс, Ғәле ағай шатланып көлөп ебәрҙе: “О-о, кәләш, иртән генә бер ниндәй ҙә яңылыҡ юҡ ине артып ҡайтырың тураһында, үәт шәпһең бит!” Балалар өҫтәрен һалып, төпкө бүлмәгә үтте. Илнара уңайһыҙланыңҡыраһа ла, Наил иҫе китеп торманы, Ғәле ағай менән тиҙ генә уртаҡ тел табып алды. Илнара Сулпан апайға сәй әҙерләште, бер-ике ауыҙ һүҙ менән мәктәптәге уңыштарын һөйләне. “Ниндәй яҡшы кешеләр, ә балалары юҡ. Ниңә Хоҙай бабай беҙҙең атай-әсәйебеҙ итмәне икән ошоларҙы”, – тигән уй ҙа башына инеп сыҡҡыланы хатта. Кисен оҙаҡ йоҡлай алмай ятты ҡыҙыҡай, үҙҙәренең бында килергә риза булыуына аптырап, артабан нисек булырын уйланы, әллә ҡайҙа йөрөгән меҫкен әсәһен йәлләне... Сулпан апай яғымлы, Ғәле ағай шаталаҡ, икеһе лә гел генә көлөп-йылмайып, балаларҙың күңелдәрен күтәрерлек һүҙҙәрен табып ҡына тора. Бергәләшеп күңелле генә итеп көн артынан көн үткәреп, йәшәп алып киттеләр. Ир менән ҡатындың үҙ-ара ипләп кенә һөйләшкәндәренән Илнара аңлай – был ғаилә уларҙың әсәһен упҡындан йолоп алыр өсөн бөтә көсөн һала. “Балалар хаҡына”, – ти Ғәле ағаһы. Төшкө аш мәлендә берәү килеп ингәс, Илнара ла, Сулпан апаһы ла иғтибар итмәне, төпкө бүлмәлә Наил менән уйнауҙарын белде. “Һаумыһығыҙ”, – тигән таныш тауышты ишеткәс, ҡапыл Наил үҙәк өҙгөс итеп “Әсәй!” тип тороп йүгерҙе. Һуңғы ике аҙнала әсәһен бер тапҡыр ҙа һорамаған ҡустыһының былай уҡ ҡысҡырып ебәререн көтмәгән Илнараның күҙ алды ҡараңғыланып, хәле бөттө лә ҡуйҙы. “Кил-де, кил-де”, – тип дарһылдап типте йөрәге. Сулпан апаһы ҡыҙҙы иңдәренән ҡосоп: “Бөтәһе лә яҡшы, тыныслан”, – тип бышылдап, бүлмәнән сығып китте. Илнара уның яғымлы итеп әсәһен түргә әйҙүкләгәнен, хәлен һорашҡанын, Наилды тынысландырғанын, тегеләрҙең илаша-ҡосаҡлаша сисенешкәндәрен бүлмәлә килеш тыңлап ултырҙы. Бына хәҙер сыҡһа, әсәһен күрһә, шатлыҡ-ҡыуанысынан, күңелен ялмаған аңлайышһыҙ хистәр ҡойононан ҡолап китермен тип ҡурҡты ул. Бөтә тәне дер ҡалтырап, күҙҙәренән мөлдөрәмә тулы йәштәре бына-бына ҡойолам тип торғанда, әсәһе ҡурҡа-ҡурҡа ғына, Илнараға шулай тойолдо, килеп инде. Үҙенең ни тиклем яңылышҡанын ысын күңеле менән аңлаған әсә артабан атларға ҡыймай, ғәйепле ҡиәфәт менән ҡапыл ғына олпатланған, оло кешеләр күтәрә алмаған ҡара ҡайғыларҙы сабырлыҡ менән үткәреп килеүсе ҡыҙының күҙҙәренә төбәлде. “Балам, яңылыштым. Балаҡайҙарым, кисерегеҙ, зинһар, мине...” – тип бышылданы уның ирендәре. “Әсәй! Әсәкәйем!” – тип кенә әйтә алды ҡыҙ. Шуны ғына көткәндәй, әсәһе Наилды ҡулынан да төшөрмәй, атылып килеп ҡыҙын ҡосағына алды. Бәләкәс кенә үҫмер ҡыҙҙың күңелендә бик оҙаҡ йыйылып килгән үпкәһе, нәфрәте, киләсәктән ҡурҡыуы күҙ йәштәре аша түгелеп юҡҡа сыҡты һәм ул бәхетле йылмайып, әсәһенең ҡосағына нығыраҡ һыйынды. Әлмира ИСХАҠОВА.