12 октябрь – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы тураһында закон...
12 октябрь – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны һәм Дәүләт гербы тураһында закондар ҡабул ителгән көн Башҡортостандың Дәүләт гербы 1993 йылдың 12 октябрендә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт гербы тураһында” законы менән раҫлана. Авторы — рәссам Фазлетдин Ислахов. Герб башҡорт милли орнаменты менән уратып алынған түңәрәк эсендәге ҡалҡып килгән ҡояш һәм уның нурҙары фонында төшөрөлгән Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Аҫтында ҡурай сәскәһе һәм Башҡортостан дәүләт флагы төҫтәренә буялған таҫма, уның аҡ буйына “Башҡортостан” тип яҙылған. Салауат Юлаев һәйкәле һәм орнамент — алтын төҫөндә, ҡурай сәскәһе — йәшел, ҡояш — асыҡ алтын, ҡояш нурҙары — һары, һәйкәл менән орнамент араһындағы фон — аҡ, эске һәм тышҡы түңәрәктәр ҡарағусҡыл алтын төҫкә буялған. Башҡортостандың Дәүләт гимны 1993 йылдың 12 октябрендә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт гимны тураһында” законы менән раҫлана. Гимн көйөнөң авторы - Фәрит Иҙрисов, һүҙҙәренең авторҙары — Рәшит Шәкүр, Рауил Бикбай. Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер, Халҡыбыҙҙың изге Ватаны. Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа Тыуған илдең тыныс ал таңы. Ҡушымта: Дан һиңә, Башҡортостан! Илен һөйгән азат халҡыңа дан! Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә Сәскә ат, Башҡортостан! Башҡортостан, һин хөрмәтле данлы ил, Еңеү яулап алға бараһың. Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә Һинең ғорур рухлы байрағың. Республикам, йондоҙ булып балҡы һин, Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ. Тыуған ерҙә һүнмәҫ усағыбыҙ, Тыуған телдә тынмаҫ йырыбыҙ.