Ислам машина эсенән сығып бар тирә - йүнде теткеләп, һәр бер ерен иҫтә ҡалдырырға самал...
Ислам машина эсенән сығып бар тирә - йүнде теткеләп, һәр бер ерен иҫтә ҡалдырырға самалағандай ҡарап сыҡты. Аяғы аҫтынан эйелеп алған ҡоро сыбыҡты урыҡ-һурыҡ тубығына һуға- һуға атлаған малай, ағаһының машина янында тороп ҡалыуын да аңғармай тау итәгенән үргә атланы. Ирек бирҙе Айсыуаҡ Исламға. Илаһа илап алыр, бәлким үҙ алдына һөйләнер, тартынмаһын, ихлас бушанһын тип тороп ҡалыуҙы хуш күрҙе. Ысынлап та, Ислам күп тә бармай йөҙтүбән ергә ауҙы. Ҡолас йәйеп ерҙе ҡосаҡлаған ҡулдары матҡып үлән йомарлаған. Тик ул ҡулдар уларҙы йолҡмай, шулай тын ҡалған ине... Ер тауышын тыңлағандай, әле бер ,әле икенсе ҡолағын алмашлап ер күкрәгенә ҡуйған малай Айсыуаҡҡа сәйер ҙә кеүек тойолдо. Бер аҙҙан Ислам ҡалҡып баҫты. Кеҫәһенән текә генә телефонын сығарып тирә- йүнде төшөрҙө. Малайҙың аҙымдары зыяратҡа йүнәлгәнен аңлап, Айсыуаҡ машинанан сығып, Исламды ҡыуып етте. Ярым емерек зыяратты аттар өйөрө тапап, бысратып тиҙәккә күмгән. Унда- бында ғына фоторәсемле ҡәберлектәр, тимер рәшәткә эсендә булғанға ғына именбеҙ беҙ ҙә, тигәндәй торалар. Сирен- акация ағастарын әллә баяғы малдар кимергән, ҡайһы берҙәре ҡороп, шыр сыбыҡ булып ултыралар. Ислам әле бер, әле икенсе ҡәбер ташын ҡарап, таш йөҙөнән яҙыу уҡырға өмөтләнеп бер булды. Мүкләнгән таштар ғына белә шул кем һөйәге ятҡанын был ерҙәрҙә. Ваҡыт аяуһыҙ, ваҡыт юйған исемдәрен... Арыуыҡ эҙләнде Ислам . Тик табыуы икеле ине. Шулай ҙа бер ҡәберлек янында оҙаҡ ҡына баҫып торҙо ул. Ҡулы менән ауа барған рәшәткәне тотоп, эйәген терәп эскә ҡарап торҙо. Айсыуаҡ яҡынламаны уға. Күңеле булды ахры баланың, яй ғына машина ултырған яҡҡа табан атланы. Ишек асып инеп ултырғас та, Ислам һүҙһеҙ ҡалыуҙы хуп күрҙе. Радионан ағылған талғын көй шауҡымында , ике яҡтан өҫкә аумалы үҫкән урман юлынан яй ғына лагерға табан алып барҙы малайҙарҙы Айсыуаҡтың атаһының "семеркаһы " . Барып етергә саҡ ҡына ара ҡалғас, Ислам телгә килде: — Ағай, нишләптер был ерҙәрҙе мин ҡасандыр күргәнем бар ине һымаҡ. Әллә төшөмдә микән? Шуға аптырайым, -тине. — Может быть шулайҙыр, -тип ҡотолдо Айсыуаҡ та. Башҡа ни тимәк кәрәк?! Тағы ла һүҙ бәйләнмәне. Урман, ялан бер береһен алмаштырып лагерь урынлашҡан тау итәгенә лә яҡынланылар. Тағы ла һүҙҙе Ислам башланы: — Ағай, ҡәберлектәрен булһа ла тапһам тигәйнем — тапманым, әллә тере микән минекеләр?-бына - бына һытылырҙан, керпектәренә быуылыуҙан ғына мөлдөрәмә йәш тулы күҙҙәрен Ислам Айсыуаҡҡа төбәне. Тамағында ҡаты төйөр тойған Айсыуаҡ мығыр - мығыр ауыҙ эсенән һөйләнеп ҡуйҙы. Юҡ, ни уйлағанын, хатта ни тип мығырлағанын үҙе лә аңламаны бит ул. Сараһыҙлыҡ быуҙы телен... — Ислам, мин һораштырып ҡарармын әле. Бәлким берәйһе беләлерҙә. Исем фамилияларын ғына яҙып бирерһең әле миңә, -тип ҡуйҙы. Ислам ризалығын белдереп баш һелккән булды. — Айсыуаҡ ағай, рәхмәт һеҙгә!- башын аҫҡа баҫҡан Исламдың күҙҙәренән йәш тамсылары тып тып тубығына тама инеләр. — Йә - йә! Бирешмәәәә! Егет кеше иламай, оноттоңмо ней?! Әбизәтилне берәй хәбәр табышып бирәсәкмен, точный әҙристәрен табыр әле ағайың һиңә, — Айсыуаҡ Исламдың ҡаҡсаҡ яуырындарын һуҡҡылап ҡосаҡлап уҡ алды. — Ағай, минең аҡсам бар, картағыҙға күсерә алам. Әйтегеҙ, рәхмәт йөҙөнән, күпме?- йәштәренән бушанған, бер аҙ ҡыҙарып шешенгән һоро күҙҙәр бөгөнгө көндә нисәнсе ҡат нисә төрлө һорау менән текләй инде Айсыуаҡҡа. Бындай уҡты көтмәгән Айсыуаҡ баҙап ҡалды: — Һин нимә? Обижаеш братан, -тип үпкәле йөҙ сығарып ситкә ҡараған булды. Ҡулына тотоп һонған картаһын тиҙ генә кеҫәһенә тығып, үпкәләткәненә үкенә биреп ҡуйҙы шикелле Ислам: — Рәхмәт тогда Айсыуаҡ ағай, искренне рәхмәт!-ара -тирә рус һүҙҙәрен ҡыҫтырып һөйләшкән Ислам, рулгә йәбешкән Айсыуаҡтың ҡулдарын тартып тиерлек алып, тарамыш устарына ҡыҫып рәхмәтен белдереп, йәһәтләп машинанан сыҡты. Тихий час бөтмәгән. Икеһе лә шым ғына коридор буйлап үтеп үҙ бүлмәләренә инеп киттеләр. * * *