— Бала ғына булһам да, ағай, мин күпте күңелем менән һиҙәм, аҡҡа ҡара менән "усыновили ...
— Бала ғына булһам да, ағай, мин күпте күңелем менән һиҙәм, аҡҡа ҡара менән "усыновили "- тип яҙылған ине бит. Бары исемемде генә үҙгәртмәгәндәр. Миңә где то ике йәш тирәһендә фамилиям, отчеством яңыртылған. Ялсыҡаев Рамаҙан Рафаҡ улы минең ысын атайым, әсәйем Ялсыҡаева Менәүәрә Шәүҡәт ҡыҙы булған. Ун ике йыл мин бар районға билдәле кооператив директоры Сабуров Ринат Маратовичтың улы — Сабуров Ислам Ринатович булып йөрөйөм. — Ә һин әсәйеңдән берәй яйын табып һорап ҡарағаның булманымы? Шул -шул ҡағыҙҙы күргәйнем тип.. — Бер ынтылдым мин, тик әсәй нимәгәлер шундуҡ ҡыҙып - туҙып :"мин һинең әсәйең! Мин!"-тип яр һалды. Атай эштә ине. Башҡаса һорашманым... Һалҡын һауа тик ултырһаң ҡалтырата, эскәмйәләге икәү һүҙһеҙ бер - береһен аңлап, бер - бер артлы һуҡмаҡҡа төшөп, биләмә сиге буйлап атлап киттеләр. Ара - тирә күл ситендә ҡысҡырышҡан тәлмәрйендәрҙән башҡа тауыш ишетелмәй. Аяҡ тауышы ҡыпшырлауына ашхана мөйөшөндә ойоп ятҡан, хеҙмәткәрҙәргә эйәреп килгән сәүек көсөк ләүек-ләүек өрөп ҡуйҙы. Лагерь майҙанының ҡап уртаһына килеп икәү тын һауаға ҡарап туҡтанылар. Тынлыҡты Ислам өҙҙө: — Айсыуаҡ ағай, ә ул Илсеғолдоң бер өйө лә ҡалмағанмы икән ни? Кешеләре ҡайҙа китте икән?- һорауы теге күрше ауыл хаҡында ине— эх, бер генә тапҡыр барып шул Илсеғолдо күрергә ине!- көтмәгәндә Ислам хискә бирелеп үҙ хыялын ысҡындырып һалды. Ысынын әйткәндә Айсыуаҡ яҡшылап белмәй шул ул Илсеғол яҡтарын, ҡыҙыҡһынғаны ла булманы. Бары тик бер саҡ һарыҡтарын юғалтҡанда, шуларҙы эҙләп ул яҡтарға барып сыҡҡайнылар. Илсеғол туғайы тип аңғартҡайны атаһы. Матур , тик нигеҙҙәрен кесерткән -тилебәрән баҫҡан өй урындары ғына ҡалған ул ерҙәрҙә. Колхоздың бөтөүе, мәктәп -магазин юҡлыҡтан ҡалаға тартылғандыр инде халҡы. Артығын белмәй шул Айсыуаҡ. Эскерһеҙ малай алдында алдашҡыһы килмәне Айсыуаҡтың — Белмәйем шул Ислам, честное слово бына белмәйем, -тип уң ҡулын түшенә ҡуйып ышандырырға тырышты. — Йәл, бер кем белмәй... Ҡапыл ниҙелер иҫенә төшөргәндәй, Айсыуаҡ ҡул сәғәтенә ҡарап ҡуйҙы. Төнгө бишенсе ун минут. Бына - бына көн яҡтыһы болот араһынан йырып килеп сығырына ишара итеп һауала күгелйем яҡтылыҡ һыҙыла ла башланы. — Ислам, һиңә ял итергә ваҡыттыр ул?Сәғәт ярым бул тигәйнем дә, яҡтырмаҫ борон ин әле һин лутше бүлмәңә, мине директор йә өлкән воспитка тотһа — бөттө баш! Яраймы?- тип малайға һораулы - инәлеүле ҡарап ҡуйҙы Айсыуаҡ. — Ярай ағай, тик ней...-малай ниҙелер әйтеп бөтөрмәй аяҡ аҫтына ҡарап, гүйә тәғәйен һүҙҙе таба алмай эҙләнде, — өндәшмәгеҙ инде минең һөйләгәнде бер кемгә лә, йә көлөрҙәр... — Ислам, ышан миңә, ләм мим! Ислам корпус ишегенән инеп юғалғас та, Айсыуаҡ ул ҡалдырған уйҙарҙан арына алманы. Күңелендә нисек булһа ла ошо балаға ярҙам итеү теләге уянды. Ҡолағында бер туҡтауһыҙ Исламдың :" эх, Илсеғолдо бер генә барып күрергә ине!"-тигәне ҡабатлап яңғыраны... * * * Ҡалай итһә итте , әммә Айсыуаҡ теләгенә иреште. Директорҙың "уң" яғына сығып, мең инәлеп, расписка яҙып, ике сәғәт өсөн генә тихий час мәлендә Илсеғол яғына алып барып килеүгә рөхсәт алды. Быйыл ғына "права " алған Айсыуаҡ атаһының иҫке машинаһын смена араһында ҡайтып - китеп йөрөүгә тип алып килгәйне. Кәрәге тейҙе бит! Башта Ислам баҙап ҡалды Айсыуаҡ ағаһының был хәбәренә, аҙаҡ осоноп бейеп үк китте. Барыһы ла бүлмәләренә инеп тын ҡалғанда, Айсыуаҡ менән Ислам инде тыптырлашып лагерь биләмәһенән сығып та баралар ине инде. Урман юлы йомшаҡ, саң туҙаны ла юҡ. Болотло төнгә алмашҡа йылы көн тыуыуы ла күңелгә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ ҡыуаныс уята. Ниңәлер аяҙ һауа юл уңырына, эҙләгәндәренә ниндәйҙер "зацепка " таба алырҙарына ишара һымаҡ ине. Килеп еттеләр. Тау итәген тирәсләп ултырған ауылдан ҡалған нигеҙ таштары ғына аунап ята. Арыраҡ зыярат кәртәһе күренә, һерәйешеп ергә ҡаҙалған ҡәбер таштары шомлолоҡ өҫтәй. Унан да ары үҙән, моғайын да шишмәһе лә барҙыр инде, асыҡ күренмәй.