Айсыуаҡ өсөн дә шау сер кеүек тойолдо Исламдың ата - әсәһенең ташлап китеүе. Смена алма...
Айсыуаҡ өсөн дә шау сер кеүек тойолдо Исламдың ата - әсәһенең ташлап китеүе. Смена алмашып ҡайтҡас сыҙаманы Айсыуаҡ, әсәһенән Илсеғолдан фәлән - фәлән фамилиялылар хәҙер ҡайҙа икән тип төптәште. Уныһы ҡапылғара хәл айышын аңламай һорауға - һорау яуҙырҙы. Аптырап барын һөйләне Айсыуаҡ. Класташы Ишмораттың өләсәһе Илсеғолдан булыуын ишетеп бер аҙ һөйөндө. Оло кеше белмәй буламы һуң?! Тик нисек һорашырға? Бар серҙе асып һалып булмай бит! Исламға ләм- мим тип һүҙ биргәйне лә бит... Ярҙамға Айсыуаҡ әсәһен күндерҙе. Юҡтан сәбәп табып, хәл белешкән булып һораш тип әсәһен ебәрҙе. Бер аҙҙан арыуыҡ, арыуыҡ ҡына ла түгел, тулы тарих тейәп тә ҡайтты әсәһе. …Менәүәрә менән Рамаҙандың ҡайҙа һәм ҡасан осрашып табышыуы сер. Тик уларҙың ҡауышыуына ҡыҙ яғы ҡырҡа ҡаршы булған икән. Шулай ҙа бар кәртәләрҙе ашаҡлап ҡыҙ Рамаҙанға ҡасып кейәүгә сыға. Ҡала ҡыҙымын тимәй, Илсеғолға ауыл тормошона күнә. Ата - әсәһе бөтөнләй ҡул һелтәп, үҙ ҡыҙҙарына ҡан дошманына ҡарағандай һырт ҡуя. Улы тыуа Рамаҙан менән Менәүәрәнең. Бер тотам артынан ҡалмай һәр эшкә эйәреп йөрөр йәш киленде ауылдаштары ла яратып өлгөрә егәрле булғаны өсөн. Нигеҙ ҡалҡытышырға ярҙам итерҙәй бер кеме булмай Рамаҙандың, ҡарт әсәһе һәм түшәктәге атаһынан тыш бар туғандары алыҫ ҡала еренә төпләнгән икән. Мейес сығарырға тип балсыҡҡа барырға сыҡҡан Рамаҙандың артынан Менәүәрә лә эйәрә. Өгөтләп ҡалдыра алмай кәләшен Рамаҙан, малай йоҡлағансы икәүләп тиҙерәк балсыҡ тейәп ҡайтырбыҙ, тип ҡабаландыра ғына. Күрер көндәре шул көндә өҙөлә уларҙың, балсыҡ соҡоро ишелеп икеһе лә бер юлы баҫылып үлеп ҡалалар... Илаған малайҙарын тымыҙа алмаған Рамаҙандың әсәһе урам буйлап күкрәк һөтө эҙләп үҙе ҡуша илаған ти. Йәше бала тәрбиәләр йәштән үткән әбейгә баланы ҡарауға бирмәйҙәр, күрше - тирәнән йәш килендәргә баламдың төҫөн имеҙешеп үҫтерешегеҙ, ситкә ебәргем килмәй, тип түгелгән икән. Улары риза булмайҙарҙыр инде. Ҡыҙының фажиғәле үлемен ишеткән Менәүәрәнең әсәһе килеп малайҙы ала һәм бер ҡыҙына бирҙерткән икән. Әмәлгә ҡалғандай уларының балалалары ла булмаған... Ә ҡәберлек ысынлап та зыяратта түгел, шул ишелгән балсыҡ соҡоронан үрҙәрәк Исмаҡай тауына етә бер ҡалҡыу урында тип белеп ҡайтты әсәһе. Айсыуаҡтың ҡулына Исламдың әсәһе һәм атаһы төшкән бер фото ла килеп етте. Ҡулына гармун тотҡан аҡ йөҙлө генә бер ағай менән ерән сәсле һылыу апай йылмайып ҡарап торалар ине унда. Хас та сағылыштары сайпыла уларҙың Исламда... Ун өсөнсө август иртәһе. Айсыуаҡ сираттағы сменаға айырыуса тулҡынланыу менән ҡуҙғалды. Түш кеҫәһендәге фоторәсемде нисек Исламдың ҡулына тапшырырға, ниндәй һүҙҙәр әйтергә тип ҡырҡ ҡат ҡабатлап ятлап та бөттө инде. Бар теүәллегендә ишеткәнде тәфсир итмәһә лә, тоҫмал менән аңғартыр инде. Яраламаҫҡа тик! Заезда һуңғы көн - хушлашыу усағы яғалар бөгөн. Лагерь аҙағы былай ҙа моңһоу була торған. Күңелле бейеүҙәр, уйнап көлөүҙәр аҙағы илап хушлашыуҙар менән тамамлана. Егерме бер көн эсендә шул тиклем эҫенә балалар вожатыйҙарға , хатта айырылғы килмәй. Айсыуаҡ та Исламға яҡынларға форсат та яй ҙа тапмай аҙапланды. Уныһы бер ни булмағандай, хатта бер ни көтмәгәндәй уйнаны ла көлдө. Ә йыры! Тамам үҙәкте өҙҙө, бала - саға күңеленә бәлким барып та етмәгәндер был йыр, әммә бер вожатыйҙы ла тыныс ҡалдырманы ул моңло йыр һүҙҙәре: Тау шишмәһе һыуын эсте ниһәм, Һәр йотомо һайын сәсәйем... Ҡыр ҡаҙылай булып остоң әллә, Тауыш бирсе миңә әсәйем... Һуңғы сәғәт, һуңғы минуттар... Айсыуаҡ ашхананан сыҡҡан Исламды көтөп коридорҙа тапана. Уҡытыусыға имтихан бирер балалай, ауыҙ эсенән әйтерен ҡабатлап тулҡынлана. Ҡулына берсә теге фотоны алып кире тыҡты, төшөрөп юғалтып ҡуймайым тип борсолдо. Бына ул мәл. Кеҫәһенән сығарып тотторған фоторәсемгә тын ҡарап ҡатты малай. Айсыуаҡтың ни әйткәнен дә ишетмәне буғай. Фотоны әйләндереп артындағы исемдәрҙе, датаны тикшерҙе. Иламаны, ныҡ ине ул бөгөн, күкрәгенә ҡыҫып ошо ус аяһындай ҡағыҙҙы сытырлатып күҙҙәрен йомдо. Ҡысҡырып илап ебәрер кеүек ине барыбер Ислам, тик ул ысынлап та бөгөн иламаны. Ауыҙ ситтәрен саҡ ҡыбырлатып :