🔥КОМСОМОЛДЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ МЕНӘН!🔥
🔥КОМСОМОЛДЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨ МЕНӘН!🔥 Миәкә районы Туҡһанбай ауылынан Тәслимә Бәҙретдинова барыбыҙҙы ла байрам менән ҡотлай. 💥. 💥. 💥 Бөгөн байрам, илдә бөйөк байрам, Комсомолдың тыуған көнө бит! Күпме комсомолдар батырҙарса, Илде һаҡлап ғорур үлде бит. Бөгөнгөләй иҫтә, бөгөнгөләй , Комсомолға ингән көнөбөҙ! Бер ҡасан да юғалып ҡалманыҡ, Ҡыҙарманы бер ҙә йөҙөбөҙ. "Шығырҙатып" устав ятланыҡ, Тырыштыҡ беҙ ғорур атларға. Ҡыҙартманыҡ әсәй, атайҙарҙы, Тоғро булдыҡ биргән анттарға. Пенсионер түгелмен мин әле, Комсомол тип күкрәк ҡағамын! Устав юлдарында ни яҙылһа, Шул юлдан мин тура барамын. Ғорурланам һинең исем менән, Комсомол - һин йәшлек дуҫҡайым, Быуаттарҙан - быуаттарға йәшәп, Һинең исемеңде ҙурлайым!