«КОМСОМОЛКА БАШКИРКА»
«КОМСОМОЛКА БАШКИРКА» Элегерәк байрам, пропаганда һәм агитация открыткалары булды. Яңы йыл, 23 февраль, 8 март, 1, 9 май, 7 ноябрь, тыуған көн открыткаларының матурлығын, сағыулығын күптәр хәтерләйҙер. Ул открыткаларҙы тултырыу өсөн алдан фекер туплап, матур, төҙ итеп яҙырға тырышып ултырыуы үҙе бер ғүмер булған. Ә почта йәшнигенән ҡотлау открыткаһы алғандағы ҡыуанысты һөйләп тә тораһы түгел. Открыткалар араһында «Комсомолка башкирка» тигәне лә һаҡлана.15 тинлек төҫлө открытка 1937 йылда Мәскәүҙә СССР-ҙың Революция музейы тарафынан 50 мең дана менән нәшер ителгән. Күп йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, 10-ға 15 сантиметр ҙурлығындағы баҫманың төҫтәре асыҡ һаҡланған. Ыҡсым ғына милли елән кейгән ҡараҡай ҡыҙҙың ҡулында ғәрәп яҙмаһындағы йоҡа китап. Комсомолға алынған йәш ҡыҙҙың сәсе ҡырҡылған, ҡайырып ҡыҙыл яулыҡ бәйләгән һәм ҡыҙыл галстук таҡҡан. 1937 йылда открыткаға урынлаштырылған картинаны 1925 йылдың йәйендә билдәле рәссам, скульптор, график, милләте буйынса эстон Фридрих Лехт төшөргән. Ф.Лехт 1921 йылдан Мәғариф халыҡ комиссариатында, Мәскәү мәғариф бүлегендә һынлы сәнғәт секцияһы етәксеһе, шулай илдең төп музей һәм театр эксперты булып эшләй. Фридрих Карлович шулай уҡ Третьяков галереяһы директоры урынбаҫары, Станиславский һәм Немирович-Данченко театры директоры вазифаларын да башҡара. Тап ошо йылдарҙа ул башҡорт ҡыҙының портретын төшөрә. Тик ҡайҙа төшөрөүе билдәһеҙ. Күрәһең, экспедицияларының береһендәлер. Төп нөсхәләге аҫта уң яҡта «Лехт, 1925» тигән яҙыу күренә. Ә бына портреттың өҫ яғындағы яҙма күпкә ҡыҙыҡлыраҡ. Бында комсомолканың ғәрәп графикаһында яҙылған исеме бар - «Ғәлиә Мирзағәлина» тиелгән.