Корпус ишеген һаҡ ҡына асып кемдер тупһанан төштө. Айсыуаҡ томанланған кеүек күҙен ышҡы...
Корпус ишеген һаҡ ҡына асып кемдер тупһанан төштө. Айсыуаҡ томанланған кеүек күҙен ышҡып, айырыуса иғтибар менән текләп яй ғына атлап барыусы яғына атланы. — Эй, һин ҡайҙа? — Эй -эй! Туҡта тием бит! — Айсыуаҡ Азатович, мин был - Ислам. Өсөнсө отрядтан. — Ислам? Ә ҡайҙа юл алдың әле, төнө менән? Лагерҙа икәнеңде оноттоңмо әллә? — Ағай, беләм лагерҙа икәнемде. Йоҡом килмәй, тынйыу һымаҡ. Тәҙрәнән тышты күҙәтеп ултырҙым төнө буйы былай ҙа. Мөмкинме һеҙҙең менән? — Ислам! Директор йә воспитка белеп ҡалһа баштан һыйпамаҫ бит! — Пажалуста Айсыуаҡ ағай? Мин шым! Көн яҡтырғас та йүгерәм урыныма, йәме? Айсыуаҡ бер аҙ малайға ҡарап йылмайып торҙо. Нимә тиергә? Ысынлап та "үрҙәгеләр " белеп ҡалһа ҙур ғауға, оло һүҙ итәсәктәр бит инде. Малай ҙа йәл, ысынлап та йоҡоһо юҡтыр шул. Арытып уйнатып булмай, койка араһында ғына сыр -сыу киләләр ҙә йоҡларға яталар. Уның һымаҡ саҡта Айсыуаҡ лагерҙа бикле ятманы, атаһы менән арманһыҙ булып талып көтөү көтөшөп бесәнгә йөрөштө. — Айсыуаҡ Азатович? Рөхсәт итегеҙ инде?! — Ярай Ислам, тик ҡара уны, бөгөнгә генә. Ике, әй юҡ, сәғәт ярымдан вжыйт!- Айсыуаҡ Исламдың отряды урынлашҡан корпус яғына төртөп күрһәтеп ҡуйҙы. — Әлбиттә! Рәхмәт Айсыуаҡ ағай! Айсыуаҡтың алдына төшөп биләмә буйлап атлауға төштө Ислам. Берәүҙән икәү яҡшы, Айсыуаҡҡа бер аҙ күңеллерәк тә булып китте. Ҡарап тороуға крутой ғына ҡала малайына оҡшап торған Исламды был заезд балалары төркөмөнә индерерлек тә түгел. Текә генә прическаһы, кейгән спортивкаһының да ҡиммәтле фирменный булыуы сәйер тойола. Яңылыш ҡына етемәктәр араһына төшкән бай малайы кеүек ул. Айсыуаҡ бөгөн генә түгел, арыуыҡтан иғтибар итте ул уға. Ҡорһаланып ризыҡҡа ла йоғонмай, кеҫәһенә икмәк тә һалып ашамай, уйнағанда ла ихлас, көлә - шаяра һымаҡ, ә таланттар эҙләү конкурсында тальян гармун уйнатып йыр һуҙып бар вожатыйҙарҙың иҫен китәрҙе. Күптәр уны урыҫ милләтенән тип русса һүҙ ҡушһа, ул башҡортса йырлап өндәрен тыҡты. Тәненә ит йоҡмаған ҡураныс үҫмер уҙа барһа ун өс йәштәр тирәһендәлер. Тын ғына эйәртенешеп йөрөп булмай бит инде, Айсыуаҡ та һүҙ башлаған булды: — Ислам, һин матур йырлайһың. Моғайын берәй түңәрәккә йөрөйһөңдөр инде, -тигән булды. Атлап барған еренән Ислам боролоп йылмайып туҡтаны. Ҡурғаш болоттар ҡаплаған күкте яҡтыртып маташҡан урам уттары яҡтыһында малайҙың тигеҙ тештәре һәм күҙҙәре генә ялтырап күренде. — Айсыуаҡ ағай, мин бит музыкаль мәктәптә шөғөлләнәм. — Әәә, бик яҡшы. Талант бар һиндә малай, берәй әртис булып китһәң беҙҙе танымаҫһың да әле бер ҡасан, - Айсыуаҡ һаҡ ҡына малайҙың яуырына ҡағып көлөп ҡуйҙы. — Ҡайҙааан, -малай оялғандай булып башын баҫты. — Аяҡ талып китте бит әле Ислам, әйҙә анауында, запасной выход яғындағы эскәмйәлә ултырып торайыҡ, - Айсыуаҡ малайҙың арҡаһынан еңелсә этеп эскәмйәгә ымланы. Ултырҙылар. Тик һүҙҙәре һис берекмәне. Йыш йыш уфтанған малай ниҙер әйтергә теләгәндәй берсә Айсыуаҡҡа, берсә ҡараңғы төн төпкөлөнә күҙен терәне. — Ислам, һиңә бында оҡшаймы?- Айсыуаҡ һорауы менән малайҙы бер аҙ һиҫкәндерҙе. — Э- э- ййе!-тотлоҡҡандай сыҡҡан өн шуның менән өҙөлдө. — Ә һин үҙең ҡала малайымы? Айсыуаҡ һораны ла, ҡайҙан һораған көнгә төшөп үртәлде. Малай башын баҫып ике тубығы аҫтынан ерҙе текләне. Әллә ҡала малайы булыуы өсөн үкендеме ул, әллә ҡайҙан булыуын теүәл белмәйме икән был тип уйлап өлгөрҙө эстән Айсыуаҡ. Тынлыҡ. Ашҡаҙанының аш һорап тауышланып тороп ғорҡ итеүенә уңайһыҙланып урынынан ҡыбырлай биреп ҡуйҙы Айсыуаҡ. — Ағай, мин тыумышым менән Илсеғолданмын бит,- беләһеңме шул ауылды тигәндәй ҡараш һораулы текәлде ағай кешегә. — Илсеғол? Һуң бит...- Айсыуаҡ әйтерен әйтеп бөтә алмай, малайҙың ҡарашына эләкте. Бер аҙ алға эйелә биреп ултырғас, Айсыуаҡ Исламдың яуырынан ҡосоп уҡ алды. — Ислам, ғәфү ит, һуң ул ауыл бит күптән юҡ...