— Беләм, тыуғанмын шунда, олатай - өләсәм йәшәгән элек, атай - әсәйем йәшәгән, бәлким ҡ...
— Беләм, тыуғанмын шунда, олатай - өләсәм йәшәгән элек, атай - әсәйем йәшәгән, бәлким ҡәберҙәре лә шундалыр инде...- башын һәлендергән малайҙың тел төбөн тамам аңланы Айсыуаҡ. Тимәк Ислам да үкһеҙ етем, уллыҡҡа алынған...Үҙәген өҙөп әрнеү өттө Айсыуаҡтың. Ҡуйынына һыйынып ултырған малайҙың хәлен нисек еңеләйтергә, йыуатырлыҡ ниндәй һүҙ табырға белмәй баҙап ҡалды егет. Теле телгә йоҡмай тытылдап торған бытыйҙы ла телдән яҙҙырыр был етемлектең әсе хәсрәте. Ислам башлап тынлыҡты өҙҙө : — Илсеғолға яҡын тирәнән берәйһен осратһам бәлким тип уйлағайным. Бер кем юҡ. Был лагерға килеүем дә шуның өсөн генә ине, - малай ҡарашын күтәреп төн ҡараңғылығына текләне. — Ислам, беләһеңме нимә, мин бит Илсеғолға күрше генә ятҡан ауылдан. Исламды был хәбәр ҡыуандырҙы буғай, еңел генә Айсыуаҡтың ҡуйынынан ысҡынып тороп уҡ баҫты: — Ысынмы Айсыуаҡ ағай?! — Ысын шул! Өмөт осҡоно сағылды малайҙың күҙҙәрендә. — Ағай, ярҙам итһәгеҙсе миңә? — Нисек? Ислам ауыр уфтанып кире урынына ултырҙы. — Айсыуаҡ ағай, мин үҙ атайым һәм әсәйемде бер тапҡыр ҙа күргәнем булманы. Белмәнем мин үҙемдең үкһеҙ етем икәнлегемде. Әйтмәне әлеге әсәй тигән кешем һәм атай тип атағаным, - тыңлайһыңмы һөйләйем тигәндәй, теле асылды малайҙың. Сүгәләп ултырып, Айсыуаҡтың ара тирә күҙенә ҡарап хәбәрен теҙҙе : —- Бер көн атай эштән ҡабалан ҡайтып инеп ниндәйҙер документтарын эҙләп бер булды. Иҙәнгә арыуыҡ ҡағыҙҙарын ауҙарып, кәрәген эҙләп тапҡас атай миңә йыйыштырырға ҡушып эшкә ҡабаланды. Икенсе класта уҡый инем ул мәл. Ҡулыма бер ҡағыҙ эләкте, унда минең исем шәрифем, көткән атайым әсәйем исеме, һәм мине тыуҙырған әсәйем атайым фамилиялары бар ине. Шаңҡып ҡалдым, балалыҡ менән аңыма ла әллә ни барып етмәгәндер инде. Ҙурайған һайын уйлана төштөм. Бәлким бөтөнләй онотолор ҙа ине, осраҡлы ғына бер иртәлә талаш шаһиты булмаһам. Мине йоҡлай тип уйланылар инде. Атай тигән кешем : "бар коллектив белә минең улым түгел икәнлеген уның, әйттем бит алмайыҡ тип, еңмешләнә инең үҙебеҙгә оҡшай ул тип, оҡшаны ти оҡшамай ней. Булмағас булмаһын да ҡуйһын ине"- тине. Әсәй ҙә шым ҡалманы. "Үҙ туғанымдың балаһын нисек балалар йортона алып барып тапшырайым, әсәй шулай фарман бирҙе бит"- тип аҡланды. Йоҡлағанға һалышып кире юрған аҫтына сумдым. Туйғансы иланым, үҙ әсәйем үҙ атайым ҡайҙа икән, нишләп мине быларға биреп киттеләр тип уйлап уйҙарым осона сыға алманым. Бер нисек тә күҙҙәренә ҡарап дөрөҫөн һорай алманым. Эстән генә үҙ ғәзиздәремде табыу юлын эҙләй башланым, - Ислам башын ҡалҡытып тыңлаусы ағаһының иғтибарын - аңлауын һорағандай ҡарап ҡуйҙы — ағай, мин бит бында атай әсәйемдең эҙҙәрен эҙләп килдем. Тере түгелдәрҙер ул, күңелем нишләптер шулай һиҙенә, ташламаҫ ине мине улар, - Ислам джинсовкаһы еңе менән битен ҡапланы. Айсыуаҡ ни тиклем үҙен ҡатҡыл тотоп ҡарамаһын, биреште. Бите буйлап аҡҡан ике юлаҡ тамсыға ирек биреп, тубығына тиңдәш сүгәләгән Исламдың башын ҡосаҡланы... — Сеү, Ислам, илама... егет кеше иламай, йә... Шырҡ - шырҡ танауын тартҡан Ислам еңе менән күҙҙәрен һөрткөләп Айсыуаҡтың ҡулынан ысҡынып кире эскәмйәгә ҡалҡып ултырҙы. Ауыр тынлыҡ урынлашты. Ебек кенә шул Айсыуаҡ та, нимә тип йыуатып һүҙ әйтһә лә һытылып илап ебәрерҙәй булып тойолдо. Тамағын ҡырған булып, етдирәк, ағайҙарса ҡатҡыл тауыш сығарырға тырышып тороп уҡ баҫты сыҙамай. — Ислам, әлеге ата - әсәйең һине ҡыйырһытамы әллә?-тип һораған булды. Малай тамам тынысланды буғай : — Айсыуаҡ ағай, мине улар тәтәй кеүек итеп кенә ҡарайҙар. Ваҡыттары булһа иғтибар итәләр, ваҡыттары булмаһа бөтөнләй иҫтәренә лә алмайҙар. Шыплап тултырылған һыуытҡыстан йәнең ни теләй алып аша, теләгәнеңде һайлап кей, күпме кәрәкһә шунса картаңдан аҡса тотон, мине һис кем контрольдә тотмай. Интернет уйындарына ла сик юҡ, тик мин туйҙым бынан...-малай төн ҡараһына ҡарап тын ҡалды. — Ә һин теге табып алған ҡағыҙҙа ысынлап та үҙеңде тыуҙырған ата - әсәйең исеме яҙылған тип уйлайһыңмы? Вдруг яңылыш аңлаған булһаң? Буталғанһыңдыр йә?! Ислам ауыр уфтанып ҡуйҙы.