ДОҒА КӨСӨ
ДОҒА КӨСӨ “Раббығыҙ: “Миңә доға менән мөрәжәғәт итегеҙ һәм Мин һеҙгә яуап бирермен,” - тип әйтте”. (“Әл-Ғафир”, 60) ДОҒАНЫҢ ӨҪТӨНЛӨКТӘРЕ Доға - ул ғибәҙәт Аллаһ Рәсүле ﷺ : “Доға - ул ғибәҙәт,” - тигән (Әбү Дауд, Нәсәи, Ибн Мәджә, Тирмиҙи) Доға - бәлә-ҡазаларҙан ҡотолоу юлы Аллаһ Тәғәлә доға аша Үҙ ҡолдарын төрлө ауырлыҡтарҙан арындыра. Аллаһ Рәсүле ﷺ : “Доға (башыңа) төшкән (бәләнән дә), киләсәктә килер (бәләнән дә) файҙа килтерә. Эй Аллаһ ҡолдары, Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итегеҙ!” - тип әйткән (Тирмиҙи, Хәким) Аллаһ һәр ваҡыт Үҙенә доға ҡылыусылар менән бергә Аллаһ Рәсүле ﷺ Раббыбыҙҙың һүҙҙәрен еткерә: “Минең турала уйлаған сағында, Мин ҡолом эргәһендәмен. Мине иҫкә төшөргәнендә лә, янындамын” (Мөслим)