Ҡөрьән аяттарында, хәҙистәрҙә был хаҡта нимә тиелә?
Ҡөрьән аяттарында, хәҙистәрҙә был хаҡта нимә тиелә? Изге аяттарҙа Йәһәннәм әһелдәренең сифаты булған, Йәннәткә юлды япҡан тәкәбберлек һәм һауаланыу тураһында шулай әйтелә: ✔️«Әхирәт йорто шул булыр, Беҙ уны Ер йөҙөндә тәкәбберләнмәгән, байлыҡ артынан ҡыумаған, аҙғынлыҡ таратмаған кешеләргә бирербеҙ. Иң яҡшы нәтижә саф мосолмандарҙыҡы булыр!» (әл-Ҡасас (Ҡиссалар), 83). « Тәкәбберләнеп, кешеләрҙән йөҙ сөйөрмә. Донъяла маһайып, танау сөйөп йөрөмә. Аллаһ тәкәбберҙәрҙе, үҙен генә яратыусыларҙы, маҡтансыҡтарҙы яратмаҫ» (Лоҡман, 18). «Уларға: „Эсендә мәңге ҡаласаҡ Йәһәннәмдең ҡапҡаһынан керегеҙ!“ – тип әйтелер. Маһайған тәкәбберҙәрҙең урыны бик тә хәтәр урын!» (әз-Зүмәр (Халыҡ төркөмө), 72). Бер заман Аллаһ Илсеһе салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: «Йөрәгендә туҙан бөртөгө ҡәҙәр генә иманы булған Йәһәннәмгә инмәҫ. Йөрәгендә туҙан бөртөгө ҡәҙәр генә эрелеге булған Йәннәткә инмәҫ» (Мөслим, Иман, 148–149). Ер йөҙөндә ҡупырайып йөрөгәндәр ҙә иҫкә алына: «Һауаланып, кейемен ергә һөйрәтеп йөрөгәндәргә Аллаһ мәрхәмәт күҙе менән ҡарамаҫ» (Мөслим, Либас, 42).