Өйҙән сыҡҡанда уҡый торған доға:
Өйҙән сыҡҡанда уҡый торған доға: باسْمِ اللَّهِ، تَوَكَّلْتُ على اللَّهِ، وَلاَ حَوْلَ وَلاَ قُوَّةَ إِلاَّ باللَّهِ «Би́смил-ләәһ, тәүәккә́лтү ғәләл-лааһ, үә ләә хә́үлә үә ләә ҡуүүәтә иллә бил-ләәһ». Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән, Аллаһҡа тәүәккәл иттем. Аллаһтан башҡа һис кемдә көс тә, ҡеүәт тә юҡ!» Өйгә ингәндә уҡый торған доға: «Би́смил-ләәһи үәлә́җнәә үә би́смил-ләәһи хара́җнәә үә ғәләл-лааһи ра́ббинәә тәүәккә́лнәә». Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән керҙек, Аллаһ исеме менән сыҡтыҡ һәм Раббыбыҙ Аллаһҡа тәүәккәл иттек».