Тәкәбберлек һәм һауаланыу
Тәкәбберлек һәм һауаланыу Бөгөнгө һүҙебеҙ тәкәбберлек һәм һауаланыу хаҡында булыр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай кешеләр үҙебеҙҙең арала ла етерлек. Бөгөн юғарыла йөрөгән кеше иртәгә түбәнгә төшөүе мөмкин. Байлыҡ та, дәрәжә лә, матурлыҡ та мәңгелек түгел. Ә кешенең күркәм холҡо һәм ҡылған изгелектәре халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡлана. Тәкәббер кеше башҡаларҙың етешһеҙлектәрен тиҙ күрә, әммә үҙ хатаһын танырға теләмәй. Ул үҙен күтәрәм тип, башҡаларҙы түбәнһетә. Ләкин башҡаларҙы кәмһетеп кенә бер кем дә бөйөк була алмай. Шуға кем генә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, етәксеме, ябай кешеме, бер-беребеҙгә ихтирамлы, кеселекле, мәрхәмәтле булайыҡ. Бер кемде лә байлығына, дәрәжәһенә йәки тормош хәленә ҡарап баһаламайыҡ. Онотмайыҡ: тәкәбберлек, һауаланыу кешене күтәрмәй, киреһенсә, түбән төшөрә. Ә тыйнаҡлыҡ һәм кеселеклелек кешене ололай. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла тәкәбберлектән, һауаланыуҙан һәм кеше кәмһетеүҙән һаҡлаһын ин шәә Аллаһ🤲.