Аҡланырға сәбәп ҡалмағас
Аҡланырға сәбәп ҡалмағас Инде аҡланырлыҡ сәбәптәре ҡалмаған ҡайһы бер кешеләр ләр: « Ярар, ярар, тиҙҙән намаҙ уҡый башлармын», - тиҙәр. Ҡасан була һуң ул «тиҙҙән»? Был осраҡта «тиҙҙән» тигән һүҙең «хәҙер үк» булһын ине. Намаҙ – ул үҙ ваҡытында үтәлә торған ғәмәл! Шуға күрә ни өсөн уны аҙаҡҡа ҡалдырыр өсөн һылтауҙар эҙләп торорға?! ✔️Ни өсөн эскеселәр: «Эсергә ваҡытым юҡ, һуңынан эсермен әле», - тип әйтмәй? ✔️Ни өсөн тартыусылар: «Миңә тартырға иртәрәк әле», - тимәй. ✔️ Ни өсөн берәү ҙә: «Пенсияға сыҡҡас ҡына алдай, ғәйбәт һөйләй, кеше «сәйнәй» башлармын инде, әле кешесә йәшәп ҡалыр кәрәк», - тип һылтанмай? Намаҙ, ураҙа тураһында һүҙ сыҡҡанда ғына, дәресен әҙерләмәй килгән уҡыусы шикелле, һәр кем һәләтенән килгәнсә сәбәптәр уйлап сығара башлай. Аллаһҡа ҡол булыуҙан ситләшәһегеҙ, әллә шайтан менән бергә булыуҙы рәхәтерәк күрәһегеҙме? Әммә белегеҙ: шайтан – һеҙҙең был донъялағы иң яуыз, иң мәкерле, иң хәйләкәр, иң аҫтыртын, иң рәхимһеҙ, иң алдаҡсы дошманығыҙ! Намаҙ уҡымай үлеп киткәндән һуң үҙегеҙҙең ни тиклем алданған булыуығыҙҙы аңларһығыҙ, әммә һуң булыр шул...