«Әле яулыҡ ябынып,
«Әле яулыҡ ябынып, оҙон итәк кейеп йөрөй алмайым» ✔️ Яулыҡ та, итәк тә – ҡатын-ҡыҙ кейемдәре. Мосолман ҡатын-ҡыҙына ошо кейемдәрҙе кейеү оят булырға тейешме ни? Тәүге мәлдә, бик ситен булһа, намаҙ ваҡытында ғына булһа ла кейенеп уҡырға мөмкин. Һәр хәлдә, белегеҙ, ҡәҙерле нәмә кеше күҙенән йәшерен була. Ҡатын-ҡыҙҙың да тәне – үҙенең законлы ире өсөн бүләк, ә сит ир-аттар уны күреп йөрөмәһен. ✔️Һалҡында барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа баштарын да ҡаплай, оҙон булған йылы кейем дә кейә, һәм уларҙан бер кем көлмәй. ✔️ Ҡатын-ҡыҙҙар йәй көндәрендә ярым шәрә йөрөүҙәренән оялмайҙар. Ә ниңәлер оят ерҙәрен ҡаплауҙан оялалар. Кейенгән өсөн оялырға кәрәкмәй – кейенмәгән өсөн оялырға кәрәк! ✔️Эшселәр үҙҙәренең спецовкаларынан оялмай. Кәрәккәнендә противогаздарҙан да оялмайҙар, талашып-талашып кейәләр. Мосолманса кейенеү ҙә шулай кәрәк – аңлағыҙ... «Был бит үтә лә яуаплы эш» Эйе, һин хаҡлы, намаҙ уҡыу – ул Аллаһ менән бәйләнеш..