Бөгөнгө тема: «Намаҙ»
Бөгөнгө тема: «Намаҙ» Был теманы бер нисә көн дауам итербеҙ. Аллаһ беҙгә намаҙ уҡырға бойора «НАМАҘға тороғоҙ, зәкәт түләгеҙ һәм Рәсүлгә буйһоноғоҙ – моғайын һеҙ рәхмәт ҡылынғандарҙан булырһығыҙ!» - тип әмер итә беҙгә Аллаһ. «Намаҙ уҡығыҙ» тигән әмер Ҡөрьәндә 15 тапҡыр ҡабатлана. Намаҙ уҡырға тейеш булыуыбыҙ тураһында Аллаһ Тәғәлә беҙгә бер генә түгел, ун биш (!) тапҡыр иҫкәрткән. Шунан һуң да беҙ быға нисек ҡарарға тейеш?
1 205 просмотров