Намаҙ гонаhтарҙы юя
Намаҙ гонаhтарҙы юя Пәйғәмбәребеҙ صلى الله عليه وسلم шулай тигән: «Әгәр кеше дөрөҫ итеп тәһәрәт алһа һәм намаҙ уҡыһа, уның ошо hәм бынан алдағы ике намаҙы араһындағы гонаhтары ярлыҡаныр». Аллаһ рәсүле صلى الله عليه وسلم йәнә былай тип әйткән: «Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әгәр берәүегеҙҙең өйө алдында йылға ағып ятһа, hәм ул көнөнә биш тапҡыр шунда йыуынһа, ул кешелә берәй бысраҡ ҡалыр инеме?» «Юҡ, бер ниндәй ҙә бысраҡ ҡалмаҫ ине», - тип яуап бирә сәхәбәләр. «Нәҡ бына шулай Аллаh һеҙҙе биш намаҙ менән гонаһтарҙан таҙарта» . Әбү Зарр исемле сәхәбә риүәйәт итеүенсә, бер мәл ул Пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم менән көҙ көнө тышта бергә була. Ағастарҙан япраҡтар ҡойолған ваҡыт. Пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم бер ағас ботағын тотоп ҡыбырлата, һәм ул ботаҡтың япраҡтары осоп төшә. «Эй Әбү Зарр, әгәр мосолман Аллаһ ризалығы өсөн намаҙға баҫһа, уның гонаһтары ла ошо япраҡтар шикелле унан ҡойолоп төшәсәктәр», - ти Пәйғәмбәр صلى الله عليه وسلم.