Йәнгә лә шифа ул
Йәнгә лә шифа ул Ҡөрьән күңелдә йыйылған төрлө борсолоуҙарҙан, ҡайғы-хәсрәттән, рухи ауырлыҡтарҙан шифа булыуы мөмкин. Шулай уҡ күҙ тейеү, сихыр һәм боҙом кеүек нәмәләрҙән һаҡланыу һәм уларҙан дауаланыу өсөн Ҡөрьән аяттары һәм доғалар менән өшкөрөүҙең шәриғәттә үҙ урыны бар. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер ваҡыт өйөнә ҡайтҡас, хеҙмәтсеһенең йөҙөндә үҙгәреш күрә һәм: «Уға күҙ тейгән. Уны өшкөрөгөҙ», – тип әйтә. 📚 (Бохари риүәйәте, 5739) Тимәк, Ҡөрьән һәм Пәйғәмбәребеҙ ﷺ өйрәткән доғалар менән өшкөрөү – шәриғәттә билдәле булған ысул. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ «Сәхих Мөслим»дә килгән хәҙистә: «Кем ҡәрҙәшенә ярҙам итә ала, ярҙам итһен», – тигән. Әгәр кеше дин ҡанундарын яҡшы белә, Ҡөрьәнде һәм сөннәттә килгән доғаларҙы дөрөҫ уҡый белә икән, ул мохтаж булған ҡәрҙәшенә ярҙам итә ала. Шул уҡ ваҡытта өшкөрөү менән бәйле ҡайһы бер мөһим нәмәләрҙе лә белергә кәрәк.