Хәләл ризыҡ һорау доғаһы
Хәләл ризыҡ һорау доғаһы Ғәли رضي الله عنه хәбәр итеүенсә, көндәрҙән бер көндө уға бер ҡол килә. Ул хужаһы менән үҙ-үҙен һатып алыу тураһында килешеү төҙөгән була. «Килешеү шартын үтәй алмайым мин. Миңә ярҙам итһәңсе!» - ти был ҡол. Ғәли رضي الله عنه былай ти: «Аллаһ Рәсүле ﷺ өйрәткән һүҙҙәрҙе һиңә лә өйрәттәйемме? Тау хәтле бурысың булһа ла, Аллаһ уны һинең өсөн бирер. Ошолай тип әйт: " Йә Аллаһ! Хәләл иткән нәмәң аша мине хәрәмдан арала. Һәм мәрхәмәтең менән мине, Үҙеңдән башҡа, кемдәлер мохтаж булмаҫлыҡ итеп байыҡтыр"» (Әт-Тирмиҙи) Үҙ телегеҙҙә лә әйтергә мөмкин.