Ауырыуҙарығыҙҙы ашарға һәм эсергә мәжбүр итмәгеҙ
Ауырыуҙарығыҙҙы ашарға һәм эсергә мәжбүр итмәгеҙ «Диета, — тигән ғәрәп табибы Әл-Харис ибн Ҡатада, — дауалауҙың иң яҡшы юлы. Сөнки ауырыуҙар йыйылып ҡына торған урын — бәндәнең ашҡаҙаны”. Шуға ла кеше ауырыған ваҡытта ла уны үҙе ашап күнеккән ризыҡтан айырыу дөрөҫ түгел. Дин дәрестәре биргән был кәңәштәр Аллаһтан индерелгән аяттарҙағы хөкөмдәр менән ауаздаш. Тимәк, улар бер ниндәй шик-шөбһәгә урын ҡалдырмай ҡабул ителергә, ҡабул итеү өсөн бәндә күңелендә ныҡлы ышаныс һәм иман да булырға тейеш. Пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: «Ауырыуҙарығыҙҙы ашарға, һәм эсергә мәжбүр итмәгеҙ. Әгәр ҙә ауырыу ашарға ла, эсергә лә теләп бармай икән, уның тәне, тимәк, ауырыу менән көрәш алып бара һәм был ваҡытта уны Аллаһ үҙе ризыҡландырып тора”, — тигән. Шуға ул сәләмәт кешегә ҡарағанда оҙағыраҡ ашамай тора ала. Был да — бер хикмәт.