Һәр ауырыуҙың үҙенә генә хас дарыуы була
Һәр ауырыуҙың үҙенә генә хас дарыуы була Көндәлек тормошта пәйғәмбәребеҙ яңы ғына өлгөрөп еткән хөрмә емешен оҙон-оҙон сортлы ҡыяр менән ҡушып ашарға яратҡан. Һәр емештең файҙа менән бергә зарарлы яҡтары ла була, тиҙ боҙолоусан хөрмә емешенең һыуһауға, тештәрҙе, ҡанды боҙоп, баш өйәнәгенә сәбәп булыуын, иҫәпҡә алып, ул емештең был етешһеҙлектәрен ҡыяр ярҙамында юҡҡа сығарған. Ҡыяр орлоҡтарын онтап һәм иләп, ғәрәптәр теш таҙартыу һәм уны ағартыу өсөн паста әҙерләгәңдәр. Онталған ҡыяр орлоғон пәйғәмбәребеҙ йөҙөм емеше менән бергә ҡатнаштырып, бинт рәүешеңдә ҡуланған, бындай, бинтты ҡоторған эт тешләгән урынға ябыу бик файҙалы, тип өйрәткән. ”Һәр ауырыуҙың үҙенә генә хас дарыуы була. Сырхауына ҡарап уңы ҡуллана ла белһәң, Аллаһ рәхмәте менән уның шифаһын да табырһың тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм. Ауырыуҙар эргәһенә барғанда беҙҙә был яҡтар өсөн бөтөнләй ят булған емеш-еләк алып барыу ғәҙәте бар. ”Аллаһ, — тип өйрәткән, ул, — Бер үк ваҡытта сиренә дауа булырлыҡ дарыуҙарын да булдырмай тороп бер ниндәй ауырыу бирмәгән”. Ризыҡ менән дә шулай. Һәр кемдең үҙе, үҙ халҡы өсөн күнегелгән ризығы булған- кеүек, үҙенә генә шифа бирер дарыуҙары ла була. Табиптың ауырыуға дарыуҙар биргәндә хаталаныуы зыянлы булған кеүек, уны төрлө ризыҡ менән күмеп ташлауҙың да файҙаһы юҡтыр.