Мосолман тормошонда эсемлектәр
Мосолман тормошонда эсемлектәр Тән сәләмәтлеге өсөн эсемлектең файҙаһы бик ҙур, тип өйрәткән пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһис-сәләм. Ғәрәптәр тормошонда һыу иң ҡәҙерле һый булып һанала. Табын ҡорған ваҡытта ла ғәрәптәр ҡунаҡтар алдына иң элек һыу ҡуйып сыға. Һалҡын һыуҙан һыуһын тиҙерәк ҡана, тәндәге һыуға булған ҡытлыҡ тиҙерәк юҡҡа сыға, ризыҡты йомшарта һәм унда булған файҙалы матдәләрҙең ҡанға тиҙерәк күсеүенә булышлыҡ итә. һыу — тормоштоң төп сығынағы. Ҡөрьән өйрәтә: ” Күктәр менән ерҙең тәүҙә бер бөтөн булыуын иманға килмәгән кешеләр әллә белмәйме? Беҙг уларҙы айырҙыҡ һәм һәр нәмәне һыу ярҙамында тереклек биреп яралттыҡ. Инде шуларҙы аңлап торған килеш тә иманһыҙҙар иманға килмәҫме?” — ти. ”Әл-Әнбиә”, ” Пәйғәмбәрҙәр сүрәһе, 30-сы аят. Пәйғәмбәребеҙ ғәҙәттә һалҡын һыуҙы бал менән ҡушып эсә торған була. Бындай һыуҙы ас ҡарынға эскәндә ашҡаҙандың ул төрлө зарарҙарға ҡаршы тороу ҡеүәтен арттыра, эсәктәр, бөйөрҙәр һәм бауыр эшмәкәрлеген яҡшырта. Йәнгә лә, тәнгә лә көс бирә. Тимәк, ул һут һәм татлы эсемлектәрҙең бөтәһенә ҡарағанда ла файҙалыраҡ. Баллы эсемлектәрҙән улар үт һыуы килеп йөҙәткәндә генә туҡталып, уның зарарлы тәьҫирең һеркә ярҙамында юҡҡа сығара торған була. Һыу эскән ваҡытта пәйғәмбәребеҙ уны өсәр-өсәр йотом итеп бүлеп-бүлеп эсергә яратҡан. Бер тына эсеп алғандан, һуң һауытын ситкәрәк ҡуйып, бер аҙ көтөп тора ла, әсеүҙе шул уҡ тәртиптә яңынан ҡабатлай. Дөйә кеүек итеп һыуҙы бер тында эсеп ҡуймағыҙ. Эсер алдынан бисмиллә әйтеп, эсеп бөткәс биргәненә шөкөр итеп, һыуҙы айырым-айырым йотомдарға бүлеп эсегеҙ”, — тигән ул. ”Дүрт төрлө сифаты булғанда ризыҡ, тулы камиллыҡта була, -тигән ул, — Ашар алдынан бисмиллә әйткәндә, ашап бөткәс шөкөр иткәндә, ашағанда ҡулдарҙың күп, ризыҡтың хәләл юлдар менән табылған булыуында” «Кувшиндарығыҙҙы ябып, һыу тултырылған турһыҡтарығыҙҙың ауыҙың бәйләп ҡуйығыҙ, сөнки йылдың шундай бер көнө була: ул көндө, күктән төрлө ауырыуҙар яуа башлай. Уларҙың өҫтө, ябылмаған кувшиндарға, ауыҙы бәйләнмәгән турһыҡтарға төшөп ҡалыу ихтималы бар. — тигән ул. Был — Аллаһ биргән тәрбиә. Мөьминдәргә пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, бер нимә лә булмағанда һауыттарҙы ағас ботағы менән булһа ла ябып ҡуйырға бойорған. ”Был инде уны бөжәктәр төшөүҙән дә һаҡлай. Бөжәктәр бит улар ботаҡтар буйлап йөрөргә ярата”, — тигән. Ендәрҙе, бөжәктәрҙе яҡын ебәрмәҫ өсөн һауыттарҙы бисмиллә әйтеп ябып ҡуйырға бойорған. "Һауыт ауыҙынан эсеп йөрөмәгеҙ. Бындай ваҡытта эсемлектең эскә күпләп төшөүе, уға төрлө бөжәктәр эләгеүе сәбәпле ашҡаҙанға зыян килеүе бар”, — тигән.