🤲 Ун осраҡта Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт фәрештәләре изге доға ҡылып тора
🤲 Ун осраҡта Аллаһы Тәғәләнең рәхмәт фәрештәләре изге доға ҡылып тора 1. Ауырыу кешенең хәлен белергә барғанда йәки зыярат ҡылғанда. 2. Мәсеттә йәмәғәт намаҙының беренсе сафына баҫҡанда. 3. Намаҙҙан һуң мәсеттә ҡалып, доғалар ҡылып ултырғанда. 4. Йоҡларға ятыр алдынан тәһәрәтләнеп ятҡанда. 5. Аллаһ ризалығы өсөн дуҫыңдың хәлен белергә, ҡунаҡҡа барғанда. 6. Ураҙаға инергә ниәт итеп, сәхәр ашағанда. 7. Дин ҡәрҙәшең, дуҫың йәки туғаның өсөн, улар яныңда булмаған саҡта, изге доға ҡылғанда. 8. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ-кә салауат әйткәндә. 9. Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн тип, саҙаҡа биргәндә. 10. Кешеләрҙе изгелеккә, хәйерле ғәмәлдәргә өндәгәндә һәм өйрәткәндә. ✨ Аллаһы Тәғәлә һәр изге ғәмәлебеҙҙе ҡабул итһен ин шәә Аллаһ 🤲!