Мөхәррәм айы мөбәрәк булһын!
Мөхәррәм айы мөбәрәк булһын! Һижри календарь буйынса 1448 йылдың тәүге айына инәбеҙ. Яңы йылыбыҙҙы именлектә, хәйерле ғәмәлдәрҙә генә үткәрергә яҙһын. Мөхәррәм айы мөбәрәк булһын. Был айҙа насар уйҙарҙан, гонаһтарҙан айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Изге ғәмәлдәр өсөн сауаптар ҙа арттырылып яҙыласаҡ ин шәә Аллаһ. ✅Пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм дә мөхәррәм айының юғарылығын билдәләп, «Аллаһ айы» тип атаған. ✅«Рамаҙан айынан һуң ураҙа тотоу өсөн Аллаһ Тәғәләнең иң яҡшы айы – Мөхәррәм». ✅Мөхәррәм айының 10-сы көнөндә Ғәшүрә көнө билдәләнә. Байрам итеп ҡабул ителгән мөбәрәк көн һанала. Кеше был көндө йәтим, ғәрип, ҡарт кешене шатландырһа, ул кешегә Аллаһы Тәғәлә күп сауаптар бирер. Әгәр ҙә берәү күп булмаһа ла саҙаҡа бирһә, Аллаһы Тәғәлә уға сауап, файҙалар бирер, барса бәләләрҙән имен итер, Аллаһ ҡаршыһында дәрәжәһе артыр. Ғәшүрә көнөндә Мөхәммәт с.ғ. сөннәте буйынса нәфел ураҙаһын тотоу хәйерле һәм сауаплы ғәмәл булып тора. "Сауабы буйынса Ғәшүрә көнөндә тотҡан ураҙа Аллаһ ҡаршыһында бер йыл ураҙа тотҡан һымаҡ булыр. Ғәшүрә көнөндә кеше күршеһенең, йәки мосолмандар ҡәрҙәшенең хәлен белешһә, уның һәр аҙымы һайын гонаһтары кисерелер, тиелә хәҙистәрҙә. Бындай бәрәкәтле ваҡытты бушҡа уҙғармайыҡ, күберәк изгелектәр ҡылып өлгөрәйек. Ғәшүрә көнөндә иртән ураҙаға инеп, көндөҙ күп сауаплы ғәмәлдәр эшләргә, Ҡөрьән уҡырға, зекерҙәр, салауаттар әйтеп, шулай 41 тапҡыр Йәсин сүрәһенең 58-се аятын, 33 тапҡыр шәһәҙәт һүҙҙәрен, 66 тапҡыр "Ихлас" сүрәһен Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн уҡыу кәңәш ителә. Мөхәррәм айы тик ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булһын! Барыбыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ризалығында йәшәргә яҙһын. Илебеҙ имен, күгебеҙ аяҙ булһын!