Мәсет намаҙы ҡасан уҡыла?
Мәсет намаҙы ҡасан уҡыла? Мәсет намаҙын ҡасан, ҡайһы ваҡытта уҡыу кәрәклеген белеп ҡуйығыҙ. ✅Ҡайһы берәүҙәр мәсеткә инеп, хәйер һалып, кем менәндер аралашып-һөйләшеп бөткәндән һуң мәсет намаҙын уҡыу кәрәклеген хәтергә төшөрә. Был кемдеңдер өйөнә барып, йөрөй биргәс: «Һаумы, ҡоҙағый!» тип һаулыҡ һорашҡан кеүек килеп сыға. Шуға мәсет намаҙын ҡасан, ҡайһы ваҡытта уҡыу кәрәклеген белеп ҡуйығыҙ. ✅Мәсетте сәләмләү намаҙын иман йортона килеп, инеп ултырғансы, ундағы кешеләр менән күрешеп, сәләм биргәнсе уҡырға кәрәк. Уны «Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн мәсет намаҙы уҡырға ниәт иттем» тип, ике рәҡәғәт итеп уҡырға. Мәсет намаҙы иртәнге намаҙ кеүек уҡыла. Уны уҡыу – пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте (Бүхари, Мөслим, Тирмиҙи, Нәсәи, Хәким). ✅Тик мәсет намаҙын иртәнге намаҙ мәлендә, ҡояш сыҡҡан ваҡытта, шулай уҡ икенде намаҙынан алып аҡшам намаҙына тиклем уҡырға ярамай. ✅Йома намаҙына ниәтләнеп килгәндә, мәсет намаҙы уҡыла. Мәсетте күреп, хәйер һалып сығырға теләһәгеҙ ҙә, мәсет намаҙы уҡығыҙ.