Шөкөр итеп йәшәйек
Шөкөр итеп йәшәйек ✅Аллаһҡа шөкөр итеү хаҡында изге Ҡөрьән Кәримдә күп тапҡыр осратырға була. Аллаһ Тәғәлә Ибраһим сүрәһендә әйтә: " Әгәр ҙә һеҙ шөкөр итеүселәрҙән булһағыҙ, мин һеҙгә тағы лы күбәйтермен". ✅Кешеләргә шөкөр итеү - ул рәхмәтеңде белдереүҙе аңлата. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙﷺ сөннәтендә күп әйтелә. Ниндәй ҙә булһа ярҙам күрһәткән кешегә шөкөр итеү - сөннәт ғәмәлдәрҙән һынала. ✅Пәйғәмбәребеҙﷺ әйтә: " Кем Аллаһҡа шөкөр итмәй, ул кешеләргә шөкөр(рәхмәт) итмәй". Был хәҙистән шуны аңларға була: кем кешеләргә ниндәй ҙә булһа ярҙамы өсөн шөкөр итмәй(рәхмәтле булмай), ул кеше Аллаһҡа ла шөкөр итмәүселәрҙән булыр. Сөнки, ысынында, ярҙам - ул Бөйөк Аллаһтан ғына, ә кешеләр быға сәбәпсе генә булып тора. Шуға күрә, кешеләргә лә һәм Бөйөк, Ҡөҙрәтле, Аллаһҡа ла шөкөр итеүселәрҙән булыу хәйерле. ✅Әнәс رضي الله عنه еткерелә: Пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйтә: " Шикһеҙ, кем һәр бер тәғәм ризыҡ ашағандан һуң, һәр бер йотом һыуҙан Уға хәмдә(маҡтау) килтерә, Аллаһ Тәғәлә ул кеше менән риза булыр". (Муслим)