Иртәнге сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтар!
Иртәнге сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтар! Ашау-эсеү ҡағиҙәләрен дә хәтергә төшөрөп китәйек. 🌿"Әй малай, мәрхәмәтле һәм рәхимле Аллаһ исеме менән уң ҡулың менән аша һәм үҙ яғыңда булғанды ал", — тип өйрәтә Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһис-сәләм. 🌿"Ашай башлағансы һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ Аллаһы Тәғәләнең исемен иҫкә алһын, әгәр ул ашай башлағансы Аллаһы Тәғәләнең исемен иҫкә алырға онотһа: "Бисмилләһи фи әүүәлиһи үә әхыйриһи", - тип әйтһен", - ти. 🌿 "Кеше үҙ өйөнә ингәндә һәм ашағанда Аллаһы Тәғәләне зекер итһә, шайтан үҙенең эйәрсәндәренә:" Бында торорға урын да, ашарға ризыҡ та булмаҫ ", — тиер. Әгәр ҙә өйгә ингәндә, ашағанда зекер итмәһә, шайтан:" Һеҙ торор урын да, ашарға ризыҡ та алдығыҙ ", - тиер. 🌿Бер ваҡыт бер кеше йәнәшәһендә ултырған Аллаһтың илсеһе ғәләйһис-сәләм хозурында ашаны һәм ризыҡтың бер киҫәге ҡалғансы Аллаһтың исемен зекер итмәне. Был кеше әлеге киҫәкте ауыҙына килтереп:"Бисмилләһи фи әүүәлиһи үә әхыйриһи", - тине, шунда пәйғәмбәр йылмайып : "Шайтан һинең менән бергә ашаны, Аллаһтың исемен зекер иткәс, шайтан ҡарынында булған бөтөн нәмәне үҙенән сығарҙы", - ти. 🌿"Бәрәкәт ризыҡтың уртаһына төшә, уның ситтәренән ашағыҙ һәм уртаһынан ашамағыҙ", - ти пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһиссәләм. 🌿"Әгәр ҙә һеҙҙән берәүҙең бер киҫәге иҙәнгә төшһә, ул уны алһын, таҙартып ашаһын, шайтанға ҡалдырмаһын. Бармаҡтарын ялағансы ҡулдарын яулыҡ менән һөртмәһен, сөнки, дөрөҫлөктә, ризыҡтың ҡайһы киҫәгенә бәрәкәт йәшеренгәнен белмәй", - ти пәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм. 🌿Аллаһтың Илсеһе ғәләйһис-сәләм әйтте : "Икәүҙең ризыгы өсәүгә етә, ә өсәүҙең ризығы дүртәүгә лә етә". 🌿"Пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһиссәләм һауытҡа һулауҙан һәм уға өрөүҙән тыйҙы", - тип был хәҙисте Тирмизи килтерә. 🌿Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһиссәләм кешене баҫып һыу эсеүҙән тыйған. "Һеҙҙең берегеҙ ҙә бер ҡасан да баҫып эсмәһен, ә берәү онотһа, ҡоҫоп сығарһын", - тигән. 🌿"Алтын йәки көмөш һауыттан эсеүсенең ҡарынында йәһәннәм уты шаулар", - тигән Мөхәммәт пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһиссәләм.