Хөрмәт көтһәгеҙ, бүтәндәргә ихтирам күрһәтегеҙ!
Хөрмәт көтһәгеҙ, бүтәндәргә ихтирам күрһәтегеҙ! ✅Башҡаларҙан яҡшы мөнәсәбәт күрергә өмөт итһәгеҙ, үҙегеҙ уларға ҡарата һәйбәт булығыҙ. Хөрмәт көтһәгеҙ, бүтәндәргә ихтирам күрһәтегеҙ. ✅Башҡаларҙың дошман булыуына ҡайғырмайым, тимәйенсә, дуҫлыҡтарын яуларға тырышығыҙ. Күңелдәрен күрегеҙ. ✅Кешеләр тураһында яҡшы фекерҙә булығыҙ. Изге эштәр тураһында ғына һөйләгеҙ. ✅Ямандарын йәшерегеҙ, таратмағыҙ. ✅Мәрхүмдәрҙең изгелектәрен генә иҫкә алығыҙ. ✅Кешеләр менән аралашыуығыҙ яҡшы булһын. Донъялыҡта һеҙҙе яратһындар, баҡыйлыҡҡа күскәс, юҡһынһындар. ✅Антығыҙға тоғро булығыҙ. Вәғәҙәләрегеҙҙе үтәгеҙ. ✅Дуҫтарығыҙға тоғро булығыҙ. Кешеләрҙең ҡайғы-шатлығын уртаҡлашығыҙ. Үҙегеҙ яратмағанды уларға эшләмәгеҙ. Әгәр аралашыуығыҙ ошондай нигеҙҙә ҡоролһа, арағыҙҙа яҡшылыҡ хөкөм һөрөр, дуҫлыҡ урынлашыр. ✅Ярҙам күрһәтеүҙең тейешле ваҡыттары бар. Башҡа мәлдә һис кем бүтәндәрҙән булышлыҡ көтмәһен. Кешеләргә һалынмағыҙ, уларҙың малына өмөт итмәгеҙ. Үҙ ризығығыҙҙы үҙегеҙ эҙләгеҙ. Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәренән.