Ҡылған ғәмәлдәрегеҙ изге булһын
Ҡылған ғәмәлдәрегеҙ изге булһын ✅Берәү доғалары ҡабул булыуын һәм ҡайғылары таралыуын теләһә, ауырлыҡта йәшәүсенең хәлен еңеләйтһен. ✅Кем һүҙен сәләм биреүҙән башлай, шул — Аллаһы Тәғәләгә һәм Рәсүленә иң яҡын кеше. ✅Кем һуҡырҙы ҡырҡ аҙым ер етәкләп илтә, шуға йәннәт тейеш. ✅Нисек кенә булмаһын, һаранлыҡ тигән ауырыу — иң ауыр сир. ✅Өҫтәрегеҙҙе кейгән кейем кеүек, күңелдәрегеҙҙәге иман да иҫкерә, туҙа. Уны яңыртып тороғоҙ. ✅Кешеләрҙең иң яҡшыһы - ғүмерҙәре оҙон булып, ҡылған ғәмәлдәре яҡшы булғаны. ✅Бер кеше асыуланғанда үҙен тыйып ҡала алһа, Аллаһы Тәғәлә уның үҙенә лә асыуланмаҫ. Телен тыя белһә, Аллаһы Тәғәлә уның үҙенең дә серҙәрен һаҡлар. ✅Туғандар менән ҡәрҙәшлек ептәрен өҙмә.