ЯҢЫ ҒЫНА ДИНГӘ КИЛЕҮСЕГӘ:
ЯҢЫ ҒЫНА ДИНГӘ КИЛЕҮСЕГӘ: 🔹1. Һәр ваҡыт Аллаһ Тәғәләнән һине Тура юлда нығытыуын һора һәм ниәттәреңдең, һүҙ-ғәмәлдәреңдең дөрөҫ булыуын үтен. 🔹2. Күберәк Ҡөрьән уҡы һәм аяттарҙа әйтелгәндәр тураһында фекер ит. Ҡөрьән йөрәктәрҙе иманда нығыта, иманды үҫтерә. 🔹3. Һәр ваҡыт ғибәҙәттәр ҡыл, ихлас бул, ялҡауланма. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ Аллаһтан ялҡаулыҡтан һәм көсһөҙлөктән һаҡлау һораған кеүек, һин дә Аллаһҡа һыйын. Сөнки кемде Аллаһ Тура юлға күндерә, шуны бер кем аҙаштыра алмай. 🔹4. Яҡшы, иманлы кешеләр менән дуҫлаш, боҙоҡтарҙан йыраҡ бул. 🔹5. Нәфсең гонаһ ҡылырға саҡыра икән, уның саҡырыуын баҫ, уға яуап бирмә. Аллаһ юлында ныҡ бул. Йәннәттең нәфсегә оҡшамаған нәмәләр менән уратылыуын, ә Тамуҡҡа шәһүәттәр алып барыуын онотма. 🔹6. Иманда булмаған, Аллаһтың диненән йөҙ сөйөргән дуҫтарыңды ҡалдыр, хатта улар ҡасандыр иң-иң яҡын дуҫтарың булһа ла. Элекке насар дуҫтарымды ҡалдырҙым, тип бер кемдең дә үкенгәне юҡ. Уларҙың урынына Аллаһ Тәғәлә һиңә мотлаҡ иманлы, яҡшы дуҫ бирәсәк.