Рия изге ғәмәлде юҡҡа сығара
Рия изге ғәмәлде юҡҡа сығара Рия – кеше күрһен, кеше ишетһен, кеше маҡтаһын тип ғәмәл ҡылыу, берәр яҡшы эш эшләү . Әгәр ҙә берәү башлыҡ итеп һайлаһындар тигән ниәт менән халыҡҡа изге ғәмәл ҡыла икән, ул да рияға инә. Миҫал өсөн Ҡөрьән ашын ғына алайыҡ. Унда ҡайһы берәүҙәр саҙаҡаһын күрһәтмәй, йәшереп бирә,ә бәғзе берәүҙәр, ҙурыраҡ сумма биргәнемде кеше күрһен тигән һымаҡ, күрһәтеберәк бирергә тырышһа, был да рия була. Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә рияның хәрәм булыуы хаҡында аяттарҙа иҫкәрткән. Был хаҡта “Һуд” сүрәһенең 15 нсе, 16 нсы аятында әйтелә. Мәғәнәһе. «Кем донъя тереклеген һәм уның зиннәтен, йәғни алтын-көмөш, ынйы-мәрйен, ҡатындар, балалар, яҡшы матур йорттар һәм аттар һәм башҡаларын теләһә, беҙ уларға донъялыҡта йәшәгән ваҡыттарында ҡылған ғәмәлдәре өсөн барыһын да бирербеҙ, уларға донъяла бер ниндәй ҙә кәмселек килтерелмәҫ. Ләкин инде Ахирәттә уларға Йәһәннәм утынан башҡа бер ниндәй ҙә яза булмаҫ, йәғни уларға унда фәҡәт Йәһәннәм ғазабы ғына. Уларҙың донъялыҡта эшләгән эштәре риянан ҡылған ғәмәл-ғибәҙәттәре юҡҡа сығар, бер ниндәй ҙә файҙа бирмәҫ һәм уларҙың бөтөн ғәмәлдәре юҡҡа сыҡҡан». Мосолман кешеһе уларҙы белергә һәм риянан һаҡланырға тейеш. Рияның зарарҙары: 1. Рия изге ғәмәлде юҡҡа сығара. 2. Рия ҡылыусы Аллаһының ғазабына эләгәсәк һәм ул ләғнәт ҡылынып Аллаһы рәхмәтенән ҡыуыласаҡ. 3. Аллаһы Тәғәлә рия ҡылыусы кешене яратмай. 4. Уның ҡылған ғибәҙәттәрен ҡабул ҡылмай. 5. Аллаһы Тәғәлә уға даими рәүештә асыулы буласаҡ. 6. Ҡәберҙә уға ғазап һәм үкенес. 7. Ҡиәмәт көнөндә ғазап һәм үкенес. 8. Риясының урыны — Йәһәннәм. 9. Әҙәм балалары башта риясыны маҡтайҙар. Аллаһы Тәғәлә бер көндө уның серҙәрен аса, бөтөн халыҡ уға ҡаршы сығып яратмай башлайҙар һәм ул донъяла ла, Ахирәттә лә хурлыҡта буласаҡ. Ә былар рия түгел Беренсеһе. Әгәр һине кешеләр тәбиғи маҡтау менән маҡтаһалар, рия юҡ. Сөнки һин уларҙан маҡтау көтмәнең, өмөт тә итмәнең һәм улар мине маҡтаһын тигән ниәт менән бер ғәмәл дә ҡылманың. Был осраҡта берниндәй ҙә рия була алмай. Икенсеһе. Берәү икенсе кешенең изге ғәмәл ҡылғанын күргәндән һуң уларҙан да артығыраҡ ғибәҙәт ҡыла башлай. Бында рия юҡ, сөнки ул уны кеше күрһен өсөн ҡылмай, бәлки ул үрнәк алған кешенән артығыраҡ изгелек ҡылыу өсөн уҙышҡан хәлдә ғибәҙәтен ҡыла. Өсөнсөһө. Ғибәҙәтте биҙәнеп, еҫле майҙар һибеп ҡылыу риянан булмай. Пәйғәмбәребеҙ салаллаһу ғәләйһи үәссәлләм: “Аллаһы Тәғәлә матур һәм ул матурҙарҙы ярата”, — тигән. Шулай итеп бында ла рия юҡ. Дүртенсеһе. Гонаһтарҙы йәшереүҙә ҙә рия юҡ. Беҙгә ислам шәриғәте гонаһтарҙы йәшерергә ҡушҡан. Шуға күрә беҙ гонаһтарҙы йәшерәбеҙ. Бишенсеһе. Кешеләргә ғилем биргәндә улар мәғрифәтле булһындар тигән ниәт менән кеше алдында барлыҡҡа килгән шөһрәт (танылыу) рия түгел. Асылда ул уны шөһрәт өсөн эшләмәне.