Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙистә:
Пәйғәмбәребеҙ ﷺ бер хәҙистә: «Әгәр кеше оло гонаһ ҡылмаһа, йомаға барған кешенең көндәлек биш намаҙ, йома менән киләһе йома араларында ваҡ гонаһтары юйыла», – ти. 📚Мөслим ❗️Мосолмандар йома намаҙына ашыҡҡанда: «Минең гонаһым юҡ, мин былай ҙа яҡшы», – тип Аллаһ алдында тәкәбберләнеп, ситтә генә ҡарап тороп ҡалыу бик ҡурҡыныс. ❗️«Гонаһтары артыҡ күп булғандар ғына мәсеткә йөрөй», – тип уйлаусылар төптән хаталана. Гонаһһыҙ кеше булмай. ❗️Аллаһ Тәғәләнең намаҙ хаҡындағы бойороғон үтәүҙе инҡар итеү – үҙе үк оло гонаһ! Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарын үтәп йәшәргә һәм шул юл менән генә Уның ризалығына ирешергә яҙһын. Әмин🤲